Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
10 Июль 2019, 18:23

Хирургия корпусы төҙөләсәк

Хирургия корпусы төҙөләсәкБөгөн Өфөлә күптән көтөлгән Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы төҙөлөшөнә старт бирелде.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров бина төбөнә капсула һалғандан һуң нигеҙгә бетон ҡойоу башланды. “10-сы төҙөлөш идаралығы фирмаһы”ның подряд ойошмаһы вәкиле Радий Фәрит улын быйыл уҡ бинаның ҡабы әҙер буласағына һәм йылы биреләсәгенә ышандырҙы. Корпусты 2020 йылдың аҙағына файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр.
Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева әйтеүенсә, хирургия корпусын төҙөү тамамланғандан һуң әлеге бинаның тәүге өс ҡатын үҙгәртеп ҡороу эше башланасаҡ. Был ҙур бурысты 2021 йылда тамамлау күҙаллана.
Хирургия корпусын төҙөү 2,62 миллиард һумға барып баҫасаҡ. Диагностика үҙәге булған заманса комплекс республика халҡы өсөн өр-яңы заманса ҡорамалдар, операциялар һанын арттырыу мөмкинлеге, спорт майҙансығы, конференцзал, кескәйҙәр өсөн уйын, ял урындары вәғәҙәләй – әлегә бындай уңайлыҡтарҙы күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын.
– Кардиология үҙәге ауыр, юғары технологиялы операциялар һаны буйынса тәүге өс-дүрт медицина үҙәктәре иҫәбенә инә, был миңә һис һүҙһеҙ һөйләшеүҙәр алып барырға ярҙам итә. Беҙҙең бер вариант та бар ине: шым ғына ултырып, федераль аҡса килгәнен көтөргә, – тине Радий Хәбиров, журналистарҙың һорауына яуап биреп. – Һөҙөмтәлә беҙ федераль финанслауҙы көтмәҫкә һәм төҙөлөштө башларға тигән ҡарар ҡабул иттек. Минең уйлауымса, беҙ йырып сығырбыҙ.
Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.
Читайте нас в