Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
10 Июль 2019, 15:00
Стәрлетамаҡтан Магнитогорскиға тура юл асыла
Стәрлетамаҡтан Магнитогорскиға тура юл асылаБер-нисә йыл элек Стәрлетамаҡ – Ҡағы – Магнитогорск йүнәлеше буйынса һалынған трассаны төҙөкләндереү башланғайны. Юл эшселәре Бөрйән һәм Ишембай райондарынан бер-береһенә ҡаршы килә. Тәүҙә юл ҡатламы нығытылып, һуңынан асфальт һалына.
Ошо көндәрҙә Ишембай районына тура килгән өлөшөндә эштәр тамамланды. “Башкиравтодор” ойошмаһының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Әмир Солтангәрәев билдәләүенсә, трассаның сафҡа инеүе яңы мөмкинлектәр аса.
170 километрлыҡ трасса стратегик мөһим проекттарҙан һанала. Юлдың бер өлөшө өсөн түләү индерелә.
Читайте нас: