Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
10 Июль 2019, 12:08

Тәтешле районында «Табынфест» уҙҙы

Тәтешле районында «Табынфест» уҙҙыТабын башҡорт ырыуы йәштәренең Тәтешле районында уҙғарылған форумы шулай тип аталды. Сараны төбәк-ара кимәлгә сыҡты, тиергә лә мөмкин. Сөнки унда Пермь крайы, Һарытау өлкәһенән, республиканың тиҫтәгә яҡын районынан вәкилдәр ҡатнашты.

Ырыу төшөнсәһе боронғо булһа ла, башҡа фольклор байрамдарынан айырмалы, был фестивалдең маҡсаты йәштәрҙең йәмғиәттәге роленә бәйле мәсьәләләрҙе тикшереү ине.
Ниязбай Сәлимов, «Табын» ырыу берләшмәһе идараһы рәйесе: “Йылдан-йыл популярлаша барған ошо йыйындың маҡсаты - йәштәрҙе бер ҡорға туплау, уларҙы бер-береһе менән таныштырыу, күңелдәренә изгелек һалыу, уларҙы булдыҡлы итеп тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүешен тәрбиәләү уларҙа. Үҙебеҙҙең ошо аҫаба ерҙәребеҙгә тоғролоҡ һаҡлау. Ошоларҙың барыһы ла, йәштәр, һеҙҙең иңегеҙҙә”.
Табын йәштәренең фестивале ни өсөн Тәтешле районында уҙғарылды һуң? Сөнки, тап ошо район биләмәләре - боронғо Ҡара-Табын, йәғни, ирәкте башҡорттарының аҫаба ерҙәре. Табындарҙың 1150-1230 йылдарҙа йәшәгән бабаһы - Майҡы бей. Уның гүре лә Тәтешле районының Иҫке Соҡор ауылы янында. Был төбәктә ирәктеләр йәшәһә, Майҡы бейҙең башҡа уландарынан таралған ҡәүемдәр - барын -табындар Учалыла, Кәлсер табындар - Архангелда, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури һәм башҡа райондарҙа көн итә. Шәжәрәләре уртаҡ ырыуҙаштар ҡан туғандар иҫәпләнә. Фестивалдә ошо туғанлыҡ хистәре асыҡ сағылды.
Ғафури районынан музыка ҡоралдары оҫтаһы Илһам Байбулдин ҡыу ҡурайҙа көй уйнай һәм ҡурайын Рушан Гәрәевкә тапшыра.
Римма Биктимерова, форумда ҡатнашыусы, Һарытау өлкәһе: “Беҙҙең ауылда табын ыруы бик күп. Беҙҙең ауыл Мәҡсүттә, икенсе исеме -Бишул. Һәм Бәғәнәш тигән ауылда, икенсе исеме - Ҡыҙыл Юл. Мин инәйем яғынан - табын, атайым яғынан - ҡыпсаҡ. Беҙҙең яҡта бындай саралар үткәрелмәй бит. Иҫ китмәле сара булды”.
Табындарҙың арҙаҡлы шәхестәре күп. Улар әлеге мәлдә лә һынатмай.
Нәсибулла Хөснуллин, еңел атлетика буйынса халыҡ-ара спорт мастеры: “Йүгерек батыр тиһәгеҙ ҙә була инде. 25 йыл ҙур спортта булдым еңел атлетика буйынса. 3 тапҡыр чемпион России булдым, 3 тапҡыр этап Кубка Европы, Этап Кубка Мирала еңдем. Мин - чемпион СНГ, чемпион Европы в личном зачете. 50 тапҡыр мин марафонда йүгерҙем ҙур ярыштарҙа”.
Фестиваль сиктәрендә ирәкте башҡорттарына арналған стела асылды, Ғәли Соҡоройҙоң, табындарҙың ҡанбабаһы - Иҫән хандың ҡәберҙәренә зыярат ҡылынды, әрүахтар хөрмәтенә ҡорбан салынды, Ғәли Соҡоройҙоң 17 биттән генә торған ҡулъяҙма китабы һәм “Башҡорт ырыуҙары тарихы” серияһының “Ирәкте”, «Табын» томдары меннә таныштырыу үтте. Фенстивалдә тыуған ерен, ғаиләһен яратҡан, Башҡортостан өсөн фиҙакәр маҡсаттар менән йәшәгән дарманлы йәштәр асыҡланды. Уңған, төҫкә килгән ҡыҙҙар араһынан «Табын һылыуы», көрәштә еңгән, ат егеп-туғара алған ҡыйыу егеттәр араһынан «Табын батыры» һайланды. Табын йәштәре фестивале 3-сө тапҡыр ойошторолдо, киләһе йыл ул Кәлсер табын ырыуы вәкилдәре төйәге - Ғафури районында уҙғарыласаҡ тип килешелде.
Автор: Рәшиҙә Ишембәтова.
Читайте нас: