Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
11 Июль 2019, 18:38

«Урал легендалары» туристарҙы Айғырға йәй буйы ташыясаҡ

«Урал легендалары» туристарҙы Айғырға йәй буйы ташыясаҡ Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы туристарҙың күпләп биргән мөрәжәғәттәрен тыңлап, йәй дауамында ял көндәрендә Өфө-Белорет-Өфө ҡала яны поездарын ебәрәсәк. Улар бар теләүселәрҙе легендар Айғырға ташыясаҡ.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы һәм Куйбышев тимер юлының берҙәм «Айғыр» транспорт проекты ҡышҡыһын популяр булған «Урал легендалары» туристик поезының миҙгелле дауамына әйләнде. Ул, үҙ сиратта, төбәктең туристик сфераһындағы Топ-10-ға ингән ине.
Туристарҙы ташыу өсөн Куйбышев тимер юлы бар уңайлыҡлы РА-2 рельс автобустарын бүлгән. Вагондарҙа Wi-Fi, биобәҙрәф, спорт ҡорамалдары өсөн кәштәләр, уңайлы ултырғыстар бар.
Түбәндә ҡала-яны поезының хәрәкәт теҙмәһен бирәбеҙ.
Өфө станцияһынан урындағы ваҡыт буйынса ҡуҙғалып китеү ваҡыты: 06.56, Айғыр станцияһына килеп етеү ваҡыты 10.35, Белорет станцияһына – 12.03. Маршрутта Уң яҡ Ағиҙел, Дим, Өршәк, Ҡарламан, Асы, Инйәр, 128-се саҡрым туҡталыш пункты, Айғыр, 148-се саҡрым туҡталыш пункты, Юша, Оло-Йылға, Сәрмән, 193-се саҡрым туҡталыш пункты, 199-се саҡрым туҡталыш пункты һәм Белорет станцияһы туҡталыштары ҡаралған.
Кире рейс ваҡыты: Белореттан ҡуҙғала — 16.01, Айғырҙан — 17.26, Өфөгә килеп етеү ваҡыты: 21.15.
Ҡала-яны поезына билеттарҙы поездың үҙендә, Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы кассаларында һәм үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү терминалдарында, «Пригород» мобиль ҡушымтаһы аша һатып алырға була.
Өфөнән Ағырға тиклем юл 3 сәғәт тә 40 минут тәшкил итә, билет хаҡы —411 һум 60 тин, законға ярашлы ташламалар ҡаралған, тип хәбәр итте Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы матбуғат секретары Сергей Спатар.
Читайте нас в