Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
12 Июль 2019, 22:20

“Урал аръяғы, алға” фестивале башланды

“Урал аръяғы, алға” фестивале башландыРеспубликала “Урал аръяғы, алға” фестивале башланды.Беренсе көндә Башҡортостандың Бокс федерацияһы ярҙамында Урал аръяғының бокс буйынса асыҡ чемпионатына һайлау алыштары үтте.

Бөгөн кис “Йәшлек-шоу” эстрада йырҙары конкурсы була.
Иртәгә, 13 июлдә, чемпионаттың финал алыштары, волейбол, футбол буйынса ярыштар, күңелле старттар көтөлә.
Бынан тыш, ҡунаҡтар буяуҙар фестивалендә ҡатнашасаҡ, кис Сәғиҙулла Байегет сығыш яһаясаҡ. Сара дискотека менән тамамланасаҡ, финал усағы яғыласаҡ.
Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
Читайте нас в