Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
13 Июль 2019, 15:10

“Ҡош юлы” – айыҡ фестиваль! Һәм бында тик башҡортса һөйләшәләр

“Ҡош юлы” – айыҡ фестиваль! Һәм бында тик башҡортса һөйләшәләрәӘле Ишембай ерендә VIII “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале үтә.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был – айыҡ фестиваль, һәм сарала ҡатнашыусылар, ойоштороусылар, ирекмәндәр, барыһы ла башҡортса һөйләшә.
“Ҡош юлы” хәрәкәтенең төп маҡсаты ла тап шунда: яңы һәләттәр эҙләү, уларға ҡанат биреү менән бер рәттән, яңы быуын күңелендә туған телгә ихтирам, һөйөү уятыу, сәләмәт тормошто пропагандалау.
Әлеге ваҡытта ялан тулғандан-тула. Волейбол, футбол кеүек спорт ярыштары ҡыҙа, сәхнә янында киске сараға ҡыҙыу әҙерлек бара.
Читайте нас: