Ашҡаҙар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
13 Июль 2019, 23:38

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Шишмәләге һөт заводы эшмәкәрлеге менән дә танышты.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Шишмәләге һөт заводы эшмәкәрлеге менән дә танышты. 1974 йылда нигеҙ һалынған предприятиела быйыл реконструкция тамамланған, производство яңыртылған. Был эштәргә 24 миллион һум йүнәлтелгән. Генераль директор Руслан Хәмитовтың республика етәксеһенә һөйләүенсә, бында әле 80 кеше эшләй, уртаса хеҙмәт хаҡы – 25 мең һум самаһы.

Предприятиела һөт, кефир, ҡаймаҡ, эремсек, йогурт сығарыла. Республика етәксеһе был йәһәттән артабанғы пландар менән ҡыҙыҡһынды. Руслан Хәмитов әйтеүенсә, завод тәүлегенә 60 тонна һөт етештереү ҡеүәтенә эйә. Әле иһә был күрһәткес – сменаға 15 тонна. Быйылғы дүртенсе кварталда максималь ҡеүәттә эшләй башлау планлаштырыла. Һөт продукцияһын ташыуҙың географияһын да киңәйтергә ниәтләйҙәр.
Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
Читайте нас: