Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
14 Июль 2019, 00:20

Борай районында алтынсы быуат ҡурғандары табылды

Борай районында алтынсы быуат ҡурғандары табылдыТарих эҙҙәре буйлап. Археологтар ҙур булмаған ҡәберлектә боронғо кеше һөйәктәренә һәм көнкүреш әйберҙәренә юлыҡҡан. Борай районында ойошторолған экспедицияла илленән ашыу кеше ҡатнаша.Уларҙың эҙләнеү эштәре 23 июлгә тиклем дауам итәсәк. Тулыраҡ Флорида Ким яҙмаһында.

Ер аҫтында ятҡан һәр табыш археолог өсөн ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе йөрөткән ҡомартҡы. Табылған ҡалдыҡтарҙы улар ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм ғорурлыҡ менән өйрәнә. Ҙур булмаған ҡалдыҡтарҙы асыҡлар өсөн белгестәр байтаҡ ерҙе ҡаҙып сыға. Әммә был ҡәберлеккә борон уҡ һөжүм итеүселәр булған.
Кушнаренко мәҙәниәте менән бәйле ҡомартҡылар сит ил ғалимдарында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Оҙаҡламай Өфөгә Венгриянан белгестәр килеүе көтөлә. Будапешт ғалимдары оҙаҡ йылдар дауамында башҡорт һәм мадъярҙар араһында уртаҡ тамырҙар эҙләй.
Ҡурғандан ярты саҡрым алыҫлыҡта тарихсылар тағы ла ҡыҙыҡлы сығанаҡҡа тап булған. Яҡынса беҙҙең эраның алтынсы быуатына тура килгән хәрби нығытма - байтаҡ фәнни эҙләнеүҙәргә нигеҙ һаласаҡ тип фаразлана.
Әлбиттә, археологтар ҡаҙыу эштәрен яңғыҙ үткәрә алмай. Тарихи эҙләнеүҙәргә ирекмәндәр һәм студенттар ҡушылған. Уларҙы туҡландырыу, ял урындары менән тәьмин итер өсөн грант аҡсалары ҡулланыла. Ике лагергә бүленгән палаткаларҙа барыһы илленән ашыу кеше йәшәй.
Көндәрҙең ямғырлы тороуо, урман шарттарында палаткала йәшәү - бындай һынауҙар ирекмәндәрҙе ҡурҡытмай. Өҫтәүенә, археология менән ҡыҙыҡһыныусылар эҙләнеү эштәренә балаларын да йәлеп итә. Улар кескәй саҡтан уҡ ата-әсәһенең үҙенсәлекле һөнәрен күреп үҫә. Һәр экспедиция - боронғо табыштар, яңы дуҫтар, онотолмаҫ тәҫьораттар килтерә.
Автор: Флорида Ким.
Читайте нас: