Башҡортостан һәм Таиланд араһында былтыр тауар әйләнеше 7 миллион ярым долларға еткән. Был күрһәткесте арттырыу мөмкинлеге әйтелде. Осрашыуҙа нефть-газ тармағы, төҙөлөш, һанлы технологияларҙы ҡулланыу, ҡала хужалығы һәм мәғариф өлкәләрендә проекттар тәҡдим ителде. Радий Хәбиров спорт йүнәлешле халыҡ-ара мәктәп асыу, белем биреү өлкәһендә яңы технологияларҙы ҡулланыу, “Аҡыллы ҡала” һәм ер өҫтө метроһы проекттарына ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Бының өсөн Республика Хөкүмәтенә тейешле ҡарарҙар бирелде.