Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
17 Июль 2019, 12:30

Башҡортостанда 1-4 кластар өсөн туҡландырыуҙы бушлай ойоштороу мәсьәләһе өйрәнелә

Башҡортостанда 1-4 кластар өсөн туҡландырыуҙы бушлай ойоштороу мәсьәләһе өйрәнелә Бөгөн Нефтекамала төбәк туҡландырыу операторҙарының беренсе республика форумы уҙҙы. Белгестәр һәм эксперттар мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында туҡландырыуҙы яҡшыртыу мәсьәләләрен өйрәнеү өсөн йыйылды. Форум башланғанға тиклем Радий Хәбиров был өлкәләге иң яҡшы тәжрибәләр менән танышты. Профессиональ туҡландырыу операторҙары үҙҙәренең матди-техник базаһы, технологик процестарҙы нисек оптималләштереүҙәре тураһында һөйләне.

«Мәктәп туҡланыуы – төп мәсьәләләрҙең береһе, беҙ уның менән ныҡлап шөғөлләнәсәкбеҙ. Ул балаларыбыҙҙың сәләмәтлеге, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ҡайһы бер балалар өсөн – мәктәптәге йылы аҙыҡ берҙән-бер тәмле ашау мөмкинлеге», — тине Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, форумда ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап.
Был өлкәлә эшләгән бизнес республика яғынан ярҙам күрәсәк, төбәк операторҙары ла, үҙ сиратында, мәктәпте сифатлы һәм сәләмәт ризыҡ менән тәьмин итергә тейеш, тип билдәләне республика етәксеһе.
Хөкүмәттең социаль блогы 1-4 кластарҙа уҡыусылар өсөн мәктәптә бушлай туҡланыу мөмкинлеген эшләргә тәҡдим итә, тип һөйләне Радий Хәбиров. Төбәк Финанс министрлығы иҫәптәре буйынса, ошоға йыл һайын республика бюджетынан 1,5 миллиард һум талап ителәсәк. Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы фекеренсә, был һорау ентекле өйрәнеүҙе талап итә.
Мәктәп уҡыусылары өсөн берҙәм туҡланыу стандарты – берҙәм меню индереүҙе уйларға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта мәктәптәрҙә ризыҡ сифатлы, тәмле һәм файҙалы булырға тейеш.
Радий Хәбиров төбәктәге мәктәп туҡланыуы операторҙары алдында дәүләт контроле системаһының индерелеүен иғлан итте.
«Ул дөйөм була, әммә беҙ уны язалау сараһы итеп түгел, ә намыҫһыҙ мәктәп туҡланыуын тәьмин итеүселәргә тәьҫир итеү сараһы булараҡ индерәбеҙ. Бөтәһе лә балаларҙы насар туҡландырырға ярамағанлығын аңларға тейеш», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, бер төркөм аҙыҡ-түлек республикабыҙҙа «закондан тыш» булырға тейеш. Мәҫәлән, Латин Америкаһы илдәренән килтерелгән брикеттағы итте мәктәп туҡланыуына яҡын килтерергә ярамай. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан етештереүселәре лә үҙ продукцияһына хаҡты арттырмаҫҡа тейеш. Республика етәксеһе төбәк операторҙары осһоҙ хаҡҡа аҙыҡ-түлек алырлыҡ берҙәм база булырға тейеш тип иҫәпләй. Ә Башҡортостанда мәктәп туҡланыуы Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе булырға тейеш.
Читайте нас: