Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
17 Июль 2019, 18:49

Радий Хәбиров студент төҙөлөш отрядындағы эше тураһында һөйләне

Радий Хәбиров студент төҙөлөш отрядындағы эше тураһында һөйләнеРеспублика етәксеһе кисә, 16 июлдә Нефтекамалағы эш сәфәре мәлендә журналистарға үҙенең ошо ҡалала 1985 — 86 йылдарҙа студент төҙөлөш отрядында эшләүе тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уның фекеренсә был ваҡыт бәхет һәм йәшлек мәле менән иҫтә ҡалған.

«Миңә ул мәлдә Нефтекама ерҙәге иң матур ҡала булып иҫтә ҡалған. Был йәшлек, романтика иҫтәлеге. Шулай ҙа мин был ҡалаға ғашиҡ булдым. Әлеге шундай фекерҙәмен: ҡала хакимиәтенең яңы башлығы командаһы Нефтекама 21 быуат талаптарына ярашлы булһын өсөн эшләргә тейеш. Сағыштырыу өсөн әйтәм, Нефтекама менән Октябрьскиҙың үҙәк урамдары араһында Октябрьский ҡалаһы алдан килә. Был юҫыҡтан яңы башлыҡ күп яҡшы эштәр башҡара ала, ә республика үҙ сиратында ярҙам итәсәк», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Башлыҡ фекеренсә, ТОСЭР статусы алыу Нефтекамаға яңы мөмкинлектәр бирҙе.
«Әлеге мәлдә ике резидент бар һәм ҡала хакимиәте был юҫыҡта нисек эшләргә кәрәк икәнде аңланы. Резиденттар Нефтекамаға яңы инвестициялар, производстволар һәм эш урындары килтерә. Бында мин тынысмын. Ҡалалағы эш хаҡы республикаға ҡарағанда юғарыраҡ булыуы ла һөйөндөрә. Бындағы иҡтисад һөҙөмтәле үҫешә һәм сәнәғәт производствоһы индексы 20% үҫеш күрһәтә», — тип республика етәксеһе «Башинформ»ға яуап ҡайтарҙы.
Читайте нас: