Йыл башынан был күрһәткес республикала 12,2 промилле тәшкил иткән, ул былтырғынан 0,2-гә аҙыраҡ. Дөйөм үлем күрһәткесе халыҡтың уртаса йыллыҡ иҫәбенән дөйөм үлгәндәр һанының нисбәте менән иҫәпләнә. Был нисбәт 1000-гә ҡабатлана һәм промиллелә иҫәпләнә. Бөтә илдәрҙә тиерлек тыуым кимәле һәм үлем кимәле 1000 кешегә берәмектә үлсәнә.