Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
18 Июль 2019, 16:50

Өфө һауаның азот диоксиды менән ныҡ бысранған Рәсәйҙең ун ҡалаһы рейтингына ингән

Greenpeace бойондороҡһоҙ халыҡ-ара коммерцияға ҡарамаған ойошма Tropomi спутник проектынан 2018 йылдың июненән 2019 йылдың майына тиклемге мәғлүмәттәрҙе өйрәнгән. Улар нигеҙендә һауаның азот диоксиды (NO2) менән ныҡ бысранған Рәсәйҙең ҙур ҡалалары рейтингын төҙөгән.

Башҡортостандың баш ҡалаһы – Өфө – рейтингта 0,22 Добсон берәмеге күрһәткесе менән 8-се урын алған. Тикшеренеүҙәрҙең беренсе урынында – Мәскәү (0,78), икенселә Санкт-Петербург (0,38) урынлашҡан. Ошо ҡалаларҙа һауаның бысраныуы автомобилдәр һанының күп булыуы менән аңлатыла. NO2 кимәле буйынса тәүге биш иң бысранған ҡалалар исемлегенә шулай уҡ Силәбе (0,38), Новосибирск (0,35) һәм Красноярск (0,31) ингән. Туғыҙынсы урында – Ҡазан (0,19), унынсыла – Омск (0,19).
Азот диоксиды – ул хәүефле ағыулай торған газ. Ул киҫкен тәьҫир иткәндә респиратор симптомдары һәм үпкә ауырыуҙарын ҡуҙғата һәм оҙаҡ тәьҫир иткәндә ҡайтмалы ауырыуҙар хәүефен арттыра. Азот диоксидының оҙаҡ тәьҫир итеүе бөтә донъяла үлем кимәленең артыуы менән бәйле. Сөнки азот диоксиды – янған яғыулыҡ продукты ул, ә уның Рәсәйҙең ҙур ҡаларында төп сығанағы булып автотранспорт тора. Азот диоксидының концентрацияһы буйынса ҡала һауаһының ни тиклем бысраныуын билдәләргә була.
Greenpeace вәкилдәре властар һауаның бысраныу кимәле тураһында спутник мәғлүмәттәрен онлайн режимында баҫып сығарырға һәм уның нигеҙендә мәсьәләне хәл итеүгә саралар күрергә тейеш тип иҫәпләй. Greenpeace ойошмаһының Рәсәйҙәге вәкиллеге Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттән ошо аҙымдарға өлгәшә. Ул да ҙур ҡалаларҙа түбән экологик класлы машиналарҙың хәрәкәтен сикләү зоналары индереү яҡлы.
Башинформ.
Читайте нас в