Тейешле документ бөгөн Башҡортостандың Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.
Форумдың төп маҡсаты – Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре төбәктәре араһында партнерлыҡты яйға һалыу, шулай уҡ төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу һәм үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү һәм уртаҡ бизнес-проекттар һанын арттырыу иҫәбенә эшҡыуарлыҡтты йылдам үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.
Ҙур форумдың ойоштороу комитетына 1 авгусҡа тиклем республика хөкүмәтенә форумға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса саралар планын һәм сығымдар сметаһын әҙерләп, күрһәтергә ҡушылған.