Ашҡаҙар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
19 Июль 2019, 13:55

Башҡортостанда таможня хеҙмәте барлыҡҡа килеүҙең 30 йыллығын билдәләнеләр

Башҡортостанда таможня хеҙмәте барлыҡҡа килеүҙең 30 йыллығын билдәләнеләрКисә, 18 июлдә баш ҡаланың «Торатау» Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың таможня органдары барлыҡҡа килеүгә 30 йыл тулыуға арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын ошо күркәм дата менән ҡотланы.

Байрамда Федераль таможня хеҙмәте етәксеһе Владимир Булавин ҡатнашты, тип хәбәр итте төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
«Башҡортостан таможняһы тарихын быйыл йөҙ йыллығын билдәләгән республика тарихынан һәм Федераль таможня хеҙмәте үткәндәренән тыш күҙ алдына килтереп булмай, – тип белдерҙе ул. – Республиканың тотороҡло үҫешендә, экспорт мөмкинлектәрен арттырыуҙа, бар тармаҡтарҙың үҫешендә Башҡортостан таможняһы өлөшө лә ҙур».
Радий Хәбиров таможнясыларҙы байрамдары – Башҡортостан Республикаһының таможня органдары булдырылыуға 30 йыл тулыу менән ҡотланы һәм ведомство төбәк иҡтисады үҫешендә айырыуса мөһим роль уйнай тип белдерҙе.
«Башҡортостан иҡтисадын беҙ башҡа илдәр менән хеҙмәттәшлек, сауҙа итеү, инвестициялар асыу юлы менән үҫтерәбеҙ. Был юҫыҡта таможня хеҙмәте бик мөһим. Бөгөн мин беҙҙең таможняны булдырған һәм уны етәкләгән етәкселәрҙе, бар хеҙмәткәрҙәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайым», — тип белдерҙе республика етәксеһе.
Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостан таможняһы тармаҡты заманса үҫтереүҙә пилот нөктәләренең береһе тип атауҙарын әйтеп үтте.
Байрам һуңында ведомствоның иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары тапшырылды.
Читайте нас: