Дәғүәселәрҙең эштәре репортаж, очерк, документаль повесть һәм публицистик мәҡәлә; теле- һәм радиотапшырыу; фотоэштәр серияһы формаһында булырға тейеш. Улар республика, Рәсәй йәки сит ил баҫма йәки электрон киң мәғлүмәт сараларында; айырым китап булып сығыуы шарт. Конкурс әҫәрҙәре темаларына замандаштарҙың образдары, халыҡтар дуҫлығы һәм милли мәҙәниәттәрҙең байлығы, гражданлыҡ тыныслығы һәм йәмғиәттәге татыулыҡ, республиканыү социаль-иҡтисади үҫеше инә.
Материалдар 2019 йылдың 1 сентябренә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостан Журналистар союзы, 912-се офис (Матбуғат йортоноң 9-сы ҡатында). Телефон (факс): (347) 276-42-66.
Ижади бәйгенең положениеһын һылтанма буйынса үтеп ҡарағыҙ.