Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
23 Июль 2019, 14:58

Онлайн дәүләт

Онлайн дәүләтРеспубликаның Күп функциялы үҙәктәре ниндәй яңы хеҙмәттәр тәҡдим итәДөрөҫөн әйткәндә, беҙ хәҙер бәләкәй генә белешмә артынан сәғәттәр буйы сиратта торған мәлдәрҙе онотоп барабыҙ. Иҫләйһегеҙҙер, бына 15 йыл самаһы элек, таң менән барып сират алып, төшкә тиклем һине хеҙмәтләндереүҙәрен сабыр ғына көтөргә тура килә ине. 2011 йылдан республикабыҙҙа дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәткән күп функциялы үҙәктәр селтәре булдырылды. Бында сиратһыҙ, ҡаңғырыҡһыҙ ғына 1500 төрлө белешмә һәм дәүләт хеҙмәттәре алырға мөмкин.

Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Күп функциялы үҙәктәре директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлшат Арыҫланова селтәрҙең нисек үҙгәреүе һәм яҡын киләсәктә беҙҙе ниндәй яңылыҡтар көтөүе хаҡында һөйләне.
Яңы хеҙмәттәр
Дәүләт хеҙмәттәре – gosuslugi.bashkortostan.ru порталы менән берлектә эшләү. Әлегә халыҡ өс төрлө хеҙмәт менән ҡуллана ала: архив белешмәләре һәм күсермәләре, ер участкаларының төҙөлөш планын биреү һәм кадастр планында ер участкаһының урынлашыу схемаһын раҫлау. Был бик уңайлы: сайтта ғариза бирәһең, ә Күп функциялы үҙәккә бер генә тапҡыр – электрон-һанлы ҡултамға менән раҫланған документты алыу өсөн киләһең. Яҡын киләсәктә әлеге алым башҡа төрлө хеҙмәттәр – торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәпкә тороу, күсемһеҙ милек объектына адрес алыу, йәшәгән торлағыңды үҙгәртеп ҡороуға йәки яңынан планлаштырыуға ғариза биреү өсөн дә мөмкин буласаҡ.
Яңы уҡыу йылынан тағы бер тәжрибә башлана: Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре мәктәптәргә барып, 14 йәше тулған үҫмерҙәргә паспорт һәм ИНН алыу өсөн документтарҙы урында тултырасаҡ.
Ағымдағы йылдың июненән тағы 14 үҙәктә яңы өлгөләге сит ил паспорттары юллау мөмкин булды. Улар Өфө (Яңы күпер урамы, 8 һәм Ғөбәйҙуллин урамы, 6), Октябрьский, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Мәләүез, Туймазы, Күмертау, Сибай, Ишембай, Бәләбәй һәм Учалы ҡалалары. Августан был исемлеккә Белорет ҡалаһы өҫтәләсәк.
Өфөләге
яңы офистар
Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә Затон биҫтәһендә яңы операцион зал асыу һәм Дим биҫтәһендәгеһен уңайларыҡ урынға күсереү мәсьәләһе ҡарала.
Мобиль ҡушымталар аша яҙылыу
Августа «Минең документтарым Онлайн» мобиль ҡушымтаһы эш башлаясаҡ. Уның ярҙамында һәр кем үҙенең мөрәжәғәтенең статусы, Күп функциялы үҙәк офистарының эшмәкәрлегенә бәйле мәғлүмәт менән таныша ала. Шулай уҡ ҡушымтаны ҡулланып, дәүләт пошлинаһын, штраф һәм һалымдарҙы түләргә мөмкин.
Эшҡыуарҙар өсөн айырым тәҙрәләр
Быйылдан шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик шәхестәр өсөн айырым тәҙрәләр асыла башланы. Унда 150-нән ашыу төрҙәге хеҙмәт күрһәтелә. Июндә Өфөнөң СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 50/5 адресы буйынса урынлашҡан үҙәктә биш тәҙрәнән торған Бизнес-офис, Яңы күпер урамындағы үҙәктә өс тәҙрәле Бизнес-биләмә эш башланы. Белорет ҡалаһында Күп функциялы үҙәктә әлеге маҡсатта ике тәҙрә булдырылды. Июль аҙағында Өфөнөң Тыныслыҡ урамы, 14 адресы буйынса урынлашҡан «Минең бизнесым» эшлекле үҙәгендә өс бизнес-тәҙрә барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ ремонт эштәре тамамланыу менән, Стәрлетамаҡта – өс, Салауатта, Нефтекамала һәм Туймазыла – икешәр, Ишембайҙа бер бизнес-тәҙрә эш башлаясаҡ.
Көтөү ваҡыты биш тапҡырға кәмене
Йыл башынан сират көтөү ваҡыты биш тапҡырға кәмене, ә ялыуҙар бөтөнләй бөттө тиерлек. Уртаса алғанда, һәр кеше 5 минут 34 секунд көтә, Өфөлә – 5 минут 51 секунд. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең 98,5 проценты Күп функциялы үҙәктәрҙең эшенә ыңғай баһа бирә.
Бөтә офистар ҙа бер стилдә буласаҡ
Ағымдағы йылдың майынан планға алынған 29 офистың 15-ендә ремонт эштәре башҡарылды. Һөҙөмтәлә күп кенә филиалдарҙа өҫтәмә хеҙмәтләндереү тәҙрәләре асыу мөмкин булды. Был да сиратты ҡыҫҡартыуға булышлыҡ итәсәк.
Офистарҙы үҙгәртеп ҡороу берҙәм федераль стандарттарға ярашлы башҡарыла. Ремонт эштәре быйыл октябрҙә тулыһынса тамамланасаҡ. Шулай итеп, 75 офистың 66-һы (88 проценты) «Минең документтарым» брендына яуап бирәсәк. Был – ил буйынса уртаса күрһәткестән (72 процент) күпкә юғарыраҡ һәм, әлбиттә, эште юғары кимәлдә ойоштороу хаҡында һөйләй.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Нисек компьютер артында ултырып ҡына белешмәләр алырға
Хәҙер күп кенә хеҙмәттәрҙе өйөңдән сыҡмайынса, gosuslugi.ru һәм уның төбәк бүлексәһе gosuslugi.bashkortostan.ru аша алырға мөмкин. Ошонда уҡ дәүләт пошлинаһын – 30 процент, ЮХХДИ штрафын 50 процентлыҡ ташлама менән түләп була. Дәүләт алдында бурысың бармы икәнен тикшереү, пенсия иҫәбендәге балдар күләмен белешеү, Рәсәй йәки сит ил паспорты юллау, табипҡа яҙылыу, автомобиль йөрөтөү таныҡлығы алыу, машинаны теркәү, ЗАГС-ҡа никах теркәү йәки айырылышыу тураһында ғариза биреү һәм башҡа хеҙмәттәр тәҡдим ителә.
Портал менән ҡулланыу өсөн теркәү үтергә – исем-фамилияңды, телефон һандарын һәм электрон почта адресын күрһәтергә кәрәк. Теркәү төймәһенә баҫыу менән һеҙгә теркәлеүегеҙҙе раҫлаған код күрһәтелгән смс-хәбәр килә.
Артабан профилегеҙҙе тулыландырырға – СНИЛС һәм паспорт мәғлүмәттәрен еткерергә кәрәк буласаҡ. Бер нисә сәғәт йәки көн дауамында был мәғлүмәт Эске эштәр министрлығы һәм Пенсия фонды тарафынан тикшерелә һәм һеҙҙең адресҡа һөҙөмтә хаҡында хәбәр киләсәк.
Иң һуңғы аҙым – шәхесеңде раҫлатыу. Быны хеҙмәтләндереү үҙәгенә шәхсән барып, йәки Рәсәй почтаһы, Һаҡлыҡ банкы Онлайн, Тинькофф, Почта Банк мобиль һәм интернет-банктары аша ғариза ебәреп эшләргә мөмкин. Әйткәндәй, был банктарҙың клиенттары Дәүләт хеҙмәттәренең иҫәп яҙмаһын булдыра ала. Мәғлүмәттәрҙе тикшергәндән һуң һеҙ банк бүлексәһенә йәки хеҙмәтләндереү үҙәгенә бармайынса ғына раҫланған иҫәп яҙмаһына эйә буласаҡһығыҙ.
Читайте нас: