Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
24 Июль 2019, 15:27

Башҡортостанда тахографтар тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда тахографтар тураһында закон ҡабул ителдеРеспубликаның Дәүләт Йыйылышы «тахограф» төшөнсәһен нығытыу тураһында закон ҡабул итте. Документ шулай уҡ йөк һәм пассажир ташыу менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙарҙың һәм юридик шәхестәрҙең транспорт сараларына тахографтар ҡуйыуҙың мотлаҡ талаптарын тасуирлай. Республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, закон юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә.

«Тәү сиратта был норма пассажирҙар ташыу өлкәһендә актуаль. Ни өсөн тигәндә водителдең эш талаптарын саҡ ҡына боҙоуы ла күп кеше ҡорбандарына килтереүе мөмкин. Архангель районында Татарстан туристарының фажиғәгә осрауы барыбыҙҙың да хәтерендә», — тип үҙ фекерен белдерҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Тахограф бер туҡтауһыҙ транспорт сараһының тиҙлеген һәм маршрутын теркәй. Ул водителдең ҡасан туҡтауы һәм ял итеүе тураһында ла яҙа. Бар мәғлүмәт ныҡлап һаҡлана, уны төҙәтеп булмай.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров законға ҡул ҡуйған һәм документ рәсми рәүештә баҫылған. «Тахограф» төшөнсәһенә бәйләнгән положениелар быйыл 1 ноябрҙән үҙ көсөнә инәсәк. Законда яҙылғанса транспорт сараларының юл хәрәкәтендә ҡатнашыуына рөхсәт биреү тәртибе нормалары 4 августан эшләй башлаясаҡ.
Читайте нас в