Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
26 Июль 2019, 18:44

Мин әйтмәһәм, кем әйтер?

Мин әйтмәһәм, кем әйтер?Стәрлетамаҡтың башҡорт зыялылары V Бөтә донъя башҡорт ҡоролтайынан ниндәй тәьҫораттар менән ҡайтҡан? Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайының сираттағы ултырышында беҙгә лә делегаттарҙы, ҡунаҡтарҙы тыңларға форсат тейҙе.

Ләйсән Йәркәй ҡыҙы ЙОСОПОВА:
– Өфөлә 5 йыл һайын Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәнен барығыҙ ҙа белә. Быйылғы ҡоролтайҙа 600-ҙән ашыу делегат ҡатнашты, шуларҙың 157-һе – РФ-ның төрлө субъекттарынан, шулай уҡ донъяның 26 иленән килгән 50 делегат. Бишенсе форумдың үҙенсәлеге шунда: ул республиканың 100 йыллығын үткәргән йылда ойошторолоп, ошо тарихи ваҡиғаға арналды.
Ҡоролтайҙың беренсе көнөндә Зәки Вәлиди ура-мында Шәйехзада Бабичка һәйкәл асылыу ваҡиғаһы менән V Бөтә донъя ҡоролтайы тарихта ҡаласаҡ. Ҡала башлығы В.И.Куликов етәкселегендә беҙҙең ҡаланан 11 делегат әлеге 28-29 июндә үткән ҡоролтайҙа ҡатнашты. Форум программаһында төп мәсьәлә булып «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» тора. Уны эшкәртеүҙә (уға төҙәтмә индереүҙә) республика ғалимдары ғына түгел, ябай граждандар ҙа ҡатнашты. Стратегияның махсус сайтында илдең теләгән һәр бер гражданы был документҡа үҙ тәҡдимен индерә ала ине. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан тәҡдим менән 5 кеше сығыш яһаны. Был стәрлетамаҡтарҙың социаль әүҙемлеге тураһында һөйләй.
Зөлфиә Абдулхай ҡыҙы ЙӘҒӘФӘРОВА:
– V Бөтә донъя ҡоролтайының беренсе көнө шуныһы менән иҫтә ҡалды: беренсе тапҡыр йәмәғәтселек ойошмаһының даими етәксе органы булараҡ президиум һайланды. Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова президиумдың етәксеһе булып тәғәйенләнде. Икенсе көн делегаттар ултырышты Торатау итәгендә дауам итте. Башҡарма комитет аппараты етәксеһе итеп Искәндәр Хисмәтулла улы Юлдашев һайланды.
Был яңылыҡтарҙың «Бөтә донъя башҡорттары ҡо-ролтайы»ның эше көйлөрәк барһын өсөн индерелеүен һәммәбеҙ ҙә аңлай. Шуныһы мөһим: Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров форумда: «Башҡорттар халыҡты берләштереү һәм консолидациялауға хәл иткес аҙымдар яһарға тейеш», – тине. Ул шулай уҡ иҡтисадты нығытыу, эскелеккә «һуғыш» асыу, республика тәбиғәтен һәм файҙалы ҡаҙылмаларын һаҡлау кәрәклеген әйтеп үтте. Халыҡтың тарихына, тарихи шәхестәргә иғтибарлыраҡ булырға саҡырҙы. «Милләт шәхестәре менән көслө”, – тип әйтәләр бит беҙҙең халыҡта. Ошонан сығып, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары”, “Ағинәйҙәр” йәмғиәттәре менән бергәләп Стәрлетамаҡтың йәмәғәт эшмәкәре Вил Ғүмәровтың хәтер кисәһен үткәрергә тәҡдим итәм.
Рәйсә Хәким ҡыҙы ИЛИШЕВА:
– Мин тел буйынса секция эшендә булдым. Съезда ҡабул ителгән резолюция – аныҡ, ул башҡорт телен ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, сифатын арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ситтә йәшәгән милләттәштәрҙең мәсьәләләренә ныҡлы иғтибар бирелде. Секцияла шулай уҡ башҡорт теле дәреслектәренең сифаты, йөкмәткеһе, милли мәктәптәрҙең ябылыуы хаҡында һүҙ булды.
Шуныһын да әйтеп үткем килә: беҙгә заманса алымдар менән эшләү мөһим. Төрлө гранттарҙа әүҙем ҡатнашырға кәрәк.
Ҡала кимәлендә башҡорт ҡоролтайының грант эшмәкәрлегендә ҡатнашыуы юҡ тиерлек. “Мәргән уҡсы”, “Балан байрамы” үткәреү, милли мәҙәниәтте һаҡлау үҙәге төҙөү идеяларын дәррәү күтәреп алырға кәрәк беҙгә.
Нәзифә Мостафа ҡыҙы ИҪӘНҒУЖИНА:
– Дөйөм алғанда, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Мәҙәниәт буйынса секция ул-тырышында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре – артистар, сәнғәт колледждары дирек-торҙары, йырсылар, бейеүселәр, китапханасылар ҡатнашты. Миңә айырыуса Швейцариянан килгән вәкилдең сығышы оҡшаны. Ул мәктәптә балаларға башҡорт көйҙәрен өйрәтә икән, заманса ритмды уҡыусылар тиҙ үҙләштерә, дәрескә теләп йөрөйҙәр һәм башҡорт моңо уларға бик оҡшай икән. Мәскәү мәҙәниәт үҙәгенән килгән бер егеттең үҙенең алып барған эштәре тураһындағы сығышы һоҡландырҙы.
Әҙәбиәт, китапханалар яҙмышын уйлағанда, яҙыусы Ҡәҙим Аралбайҙың уй-фекерҙәре бик фәһемле булды. Уның: “Башҡортостанда китап нәшриәте берәү генә, яҙыусыға китабын 5-10 йыл көтөп алырға тура килә, нәшриәтте икәү итергә кәрәк”, – тигән фекере оҡшаны.
Башҡорт кинематографияһы тураһында Булат Йосопов: “Үҙебеҙҙең башҡорт киноһын үҫтереүгә аҡса бүленһен ине», – тине. Әлбиттә, барыбыҙ ҙа бының менән килештек. Минең ҡарашҡа ҡоролтай эшлекле үтте.
Айгөл Басир ҡыҙы Шаһисолтанова һәм Зимфира Рәил ҡыҙы Ибраҡова:
– Беҙ форумда делегат булып ҡатнашмаһаҡ та, «Торатау йыйыны» байрамын тантаналы асыуҙы ҡараныҡ, театрлаштырылған тамашаларҙы, уҡсылар сығышына шаһит булдыҡ, милли бәйгеләрҙе ҡараныҡ, этник стилдә тирмә әҙерләштек, ҡунаҡтарҙы ҡабул иттек, ойоштороу эштәрендә ихлас ҡатнаштыҡ. Бындай байрам йыл да үткәрелә торған сараға әйләнергә тейеш, тип уйлайбыҙ.
Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосопова:
– Рәсәй Президенты Грантына «Минең илемә – минең проект» конкурсында үҙебеҙҙе һынап ҡарарға кәрәк. Беҙҙә йәштәр әүҙем, уларҙың башланғыстарын хупларға кәрәк, сөнки киләсәктә улар беҙҙе алыштырасаҡ һәм халҡыбыҙ мәнфәғәтен ҡайғыртасаҡ.
Фекерҙәрҙе Римма ҒӘЛИМОВА
яҙып алды.
Читайте нас: