"Башҡортостанда ҡулланылған һәр тинде иҫәпләмәйенсә тотороҡло үҫеште күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Контроль-иҫәп палатаһына республиканың айырым структуралары эшмәкәрлеген бик ентекләп тикшерергә ҡуштым, һөҙөмтәләр ҡәнәғәтләндермәне.
30 июлдә Контроль-иҫәп палатаһы коллегия ултырышында барлыҡ етешһеҙлектәрҙе асыҡларбыҙ. Көн тәртибендәге төп мәсьәлә, Капиталь ремонт буйынса төбәк операторы, Торлаҡ төҙөлөшө фонды һәм Баймаҡ районының элекке етәкселегенең вазифаһынан файҙаланыуына бәйле. Уларҙың аяғы аҫтынан ер янасаҡ", - тип тамамлаған социаль селтәрҙәге сираттағы яҙмаһын Радий Хәбиров.