Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
29 Июль 2019, 16:26

Башҡортостанда төҙөкләндереү эштәренә тикшереүҙән һуң ғына түләнә – Хәбиров

Башҡортостанда төҙөкләндереү эштәренә тикшереүҙән һуң ғына түләнә – ХәбировХәҙер муниципалитеттар подрядсыларҙың ихата биләмәләрен төҙөкләндереү эштәренә республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тикшереүенән һуң ғына түләй. Ошо хаҡта республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе.

Бындай белдереүгә Дәүләкәндә ихаталарҙы төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу сәбәпсе булды. К.Маркс урамындағы 6-сы йортта йәшәүселәрҙе подъездан сыҡҡас та 20 сантиметрлыҡ бордюр «көтә», ул инвалид коляскаһында подъезға инеү-сығыу өсөн эшләнгән, күрәһең.
«Был кешеләрҙе мыҫҡыл итеү итеү тип әйтергә мөмкин. Подъездан сыҡҡан кеше шунда уҡ 20 сантиметр бейеклектәге бордюрға барып терәлә. Ошондай факттар муниципалитет башлыҡтарының әле алып барылған төҙөкләндереү эшен етди ҡабул итмәй тип уйларға мәжбүр итә», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, ошо көндән муниципалитеттар «беҙҙең программалар буйынса эштәргә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тикшереү үткәргәндән һуң ғына аҡса түләй».
«Тиҙҙән һеҙ нисек түләүегеҙ тураһында регламент алырһығыҙ, — тип мөрәжәғәт итте республика етәксеһе район башлыҡтарына. — Шундай хәл артабан да дауам итһә, уйлап тормайынса һеҙҙең менән хушлашам. Эшләргә өйрәнергә кәәрк. Былай эш бармай».
Радий Хәбиров билдәләүенсә, киләһе йылға бюджетты формалаштырыу ҡәнәғәтләнерлек бара, һәм ул ихаталарҙы һәм парктарҙы төҙөкләндереү өсөн бүленгән аҡса күләмен арттырыу өсөн сығыш яһай.
«Ихаталарҙы төҙөкләндереү ҙә — фәҡирлеккә ҡаршы көрәш. Был барыһы бергә халыҡтың уңайлы йәшәүен билдәләй. 2024 йылға тиклем бөтә ихаталарҙа тәртип урынлаштырырға, ә бының өсөн хәҙер беҙгә нимә эшләргә кәрәклеген яҡшы аңларға тейешбеҙ», — тип йомғаҡ яһаны республика етәксеһе.
Читайте нас: