Ашҡаҙар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
29 Июль 2019, 19:01

Газоны юҡ, штрафы бар..

«Газон әлегә юҡ, ә штрафтар бар. Башҡортостанда газон булмаған урындарҙа ла машина ҡуйған өсөн штраф һалалар» ББөгөн оператив ҡәңәшмә барышында Радий Хәбиров парковка өсөн штрафтар мәсьәләһен күтәрҙе, республикала йәшәүселәрҙең күпселеге яңы ҡағиҙәне оҡшатып етмәгән.

Мәҫәлән Дәүләкән районында үҙенең шәхси йорто алдында машинаһын ҡуйған өсөн ир кешегә штраф һалғандар.
«Был законды ҡабул иткәндә водителддәрҙең тәртипһеҙ ҡыланып газондарға, йәйәүлеләр юлына, торлаҡ йорт тәҙрәләре төбөндә машиналарын парковкалауға ҡаршы көрәш маҡсаты ҡуйылған ине. Ә ауылдарҙа үлән үҫкән бар урындарҙы ла газон тип атайҙар. Кешеләрҙе язаға тарттырыр алдынан иң тәүҙә газондарҙы эшләргә кәрәктер?» - тине Хәбиров.
Яңы закон апрелдә үк көсөнә ингән ине. Ике ай эсендә Башҡортостанда был ҡағиҙәне боҙоу өсөн 14 млн һумлыҡ штраф һалынған.
Читайте нас: