Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
4 Август 2019, 18:12

Республикала ураҡ эштәре былтырғыға ҡарағанда 4 тапҡырға шәберәк алып барыла

Республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә һауа торошона бәйле ураҡ кампанияһында тотҡарлыҡтар күҙәтелә. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөнгә иртә өлгөрөүсе культуралар 26 мең тонна самаһы урып-һуғылған. Ул былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 4 тапҡырға күберәк. Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, урып-йыйыу эштәре Дүртөйлө, Мәләүез һәм Саҡмағош райондарында уңышлы бара. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ауыл эшсәндәре борсаҡтың һуңғы гектарын урып-йыйыу мәшғүл. Ураҡ кампанияһына тоҡомсолоҡ хужалығы хеҙмәткәрҙәренең ваҡытында төшөү һөҙөмтәһендә улар ел-ямғырға эләкмәне. Быйыл борсаҡтың уртаса гектар ҡеүәте 19 центнер. Ошо арала хужалыҡ арпа һәм ужым баҫыуына төшөргә әҙерләнә.
Рәзил Вилданов, «Вәлиев» исемендәге тоҡомсолоҡ хужалығы баш агрономы: “Тоҡомсолоҡ хужалығында барлығы 5 мең ярым гектар баҫыу иҫәпләнә. Уларҙың күп өлөшөн иртә культуралар биләй. Шулай уҡ арпа, ҡара бойҙай һәм ике сорт борсаҡ та күпләп сәселгән. Уңышты ҡайҙа киптереү, урынлаштырыу мәсьәләһе лә хәл ителгән. Ураҡ кампанияһын яҡшы бара тип әйтергә мөмкин”.
Дүртөйлө районы хужалығы «Вәсих Хангилдин» сортлы элиталы борсаҡ күпләп үҫтерә. Орлоҡҡа тип культураның 200 тонна самаһы ырҙын табағына һалынған. Илеш районында иһә урып-йыйыу эштәре менән бергә, мал аҙығын әҙерләү ҙә дауам итә. Бөгөн 62 тоннаға яҡын сенаж, 6 тонна самаһы бесән әҙерләнгән. Бөртөклө культураларҙан гектар ҡеүәте 25 центнер тәшкил итә.
Республиканың 18 районы иртә культураларҙы урып-йыйыуға төшкән. Быйыл иген уңған төбәктәр исемлеген Дүртөйлө, Мәләүез һәм Саҡмағош райондары етәкләй.
Читайте нас: