«Был ваҡытлы һәм кешелекле ҡарар. Уның осрашыуҙа түгел, ә алдан әҙерләп ҡабул итеү бик яҡшы, – тине Нюта Федермессер. – Башҡортостанда Рәсәйҙә өр-яңынан төҙөлгән икенсе хоспис була, ул проектлау этабында уҡ бик күп хаталарға юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирергә тейеш. Был – илдә тупланған тәжрибәне файҙаланыу өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек».
Уның һүҙҙәренсә, хоспис дауалап булмаҫлыҡ сирлеләрҙең янындағылар – уларҙың ғаиләләре һәм туғандары өсөн булдырыла. «Хоспис ярҙамынан тыш, улар үҙҙәрен ныҡ ғәйепле һәм бәхетһеҙ итеп тоя. Был шәфҡәт күрһәтеүселәрҙе, йәмәғәтселәрҙе, танылған кешеләрҙе йәлеп иткән медицина-социаль учреждениеның берҙән-бер төрө, көс-ҡөҙрәт һәм һөйөү тупланған урын».
http://www.bashinform.ru/news/1336597-radiy-khabirov-i-nyuta-federmesser-obsudili-stroitelstvo-khospisa-v-ufe/