Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
6 Август 2019, 13:11

Егет-ҡыҙҙарҙы нисек ысҡындырмаҫҡа?

РФ Дәүләт Думаһында Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә бушлай юғары белем бирергә тигән тәҡдим булған.

Сит дәүләттәр менән сиктәш төбәктәрҙә, юғары уҡыу йорттарында бөтөнләй бушлай уҡытырға, шулай уҡ был субъекттарҙың вуздарында русса һөйләшкән сит ил граждандары өсөн квотаны арттырырға тәҡдим иттеләр.

Мәктәпте тамамлаусылар сифатлыраҡ белем алыу ғына түгел, ә иһә уҡып бөткәс эшкә урынлашыу өсөн перспектива алырға ла теләйҙәр, шуға күрә “көслө вузлы” ҡаланы һайлайҙар. Ҡағиҙә булараҡ, йәштәр һәм уларҙың ата-әсәләре булған аҡсаһын уҡыуға түләү өсөн сарыф итә йәиһә бюджет квотаһына эләгергә тырыша.

Әлеге проектты тәҡдим иткән депутаттарҙың фе-керенсә, сик буйындағы ҡалаларҙың вуздарына уҡырға йәлеп итеүҙә бушлай белем биреү ныҡ булышлыҡ итәсәк. Урындағы вузды тамамлаусылар, шунда уҡ эшләргә ҡаласаҡ, был – йәштәрҙең алыҫтағы ҡалаларҙан (төбәктәрҙән) даими рәүештә күпләп китеүе менән көрәшергә ярҙам итәсәк.


Теманы дауам итеп,


Илгә эшселәр кәрәк!


Рәсәйҙә урта, урта һөнәри (һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 43 процентына) һәм юғары техник белемле (41 процент) эшселәр етешмәй. Был “HeadHunter” компанияһы үткәргән онлайн рәүештә

һорау алыуҙан һуң билдәле булған.


Башлыса заводтарға токарҙар, слесарҙар һәм техниктар талап ителә икән. Эшселәргә талаптар төрлөсә: эш менән тәьмин итеүселәрҙең 37 проценты белгестәрен яңынан уҡытып сығарырға әҙер, 56 проценты махсус белем биреү яҡлы, ә һорау алыуҙа ҡатнашҡан 463 етәксенең 56 проценты эшсенең яуаплы һәм тәртипле булыуын теләй.

Әйткәндәй, әлегеләй ысул менән хеҙмәт баҙарын тикшереүҙе “HeadHunter” йыш ойоштора. Бынан алдағыһында Рәсәйҙә урман хужалығы, балыҡ үрсетеүселәр һәм балыҡ тотоусылар, һаҡсылар, һатыусылар етешмәүе асыҡланған, ә бына уҡытыусылар, бухгалтерҙар һәм урта юридик персонал, киреһенсә, “артыҡ” булып сыҡҡан.
Читайте нас: