Иң ҙур сумма Анастасия Конобеева исемле яҡташыбыҙға эләкте. Ул үҙенең тыуған яҡты өйрәнеү буйынса оҫта проекты менән 550 мең һумға эйә булды. Еңеүселәр араһында шулай уҡ сәләмәтлек, сәйәхәт һәм тағы бер нисә өлкәгә ҡараған проекттары менән ете егет-ҡыҙ бар.
Йолаға әүерелгән бындай форум йәштәргә үҙҙәренең проекттарын яҡлап сығыу майҙаны ғына түгел, әлбиттә, унда ҡыҙҙар һәм егеттәр быуындаштары менән аралашып тәжрибә уртаҡлаша, абруйлы ҡунаҡтарҙың ҡиммәтле фекерҙәрен дә һеңдерә. Мәҫәлән, Игорь Комаров әлеге форум сиктәрендә йәштәрҙе театр донъяһы менән тығыҙ бәйләнештә булырға саҡырҙы һәм ижади мөхитте үҫтереүсе саралар киләсәктә күберәк буласағын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.