Байрам программаһында «Ҡатай һылыуы», «Ҡатай батыры — таш күтәреү», «Ҡатай көрәше», «Мәргән уҡсы», «Йәш Ҡатай» конкурстарын үткәреү күҙаллана.
«Ҡатай һылыуы» конкурсы 16-23 йәшлек ҡыҙҙар араһында ойошторола. Ошо исемгә дәғүә иткән ҡатнашыусылар үҙҙәре хаҡында һөйләргә, ижади ҡеүәттәрен, милли аш-һыуға оҫталығын күрһәтергә тейеш.
«Ҡатай батыры» бәйгеһендә 16-35 йәшлектәрҙең ҡатнашыу мөмкинлеге бар, көслө заттарҙы 5-тән алып 100 килограмға тиклемге таштарҙы күтәреү ярышы көтә.
«Ҡатай көрәше» конкурсы 16-35 йәшлек ҡатнашыусыларҙы йыя. Һыбайлы ир-егеттәр дәғүәсеһен ат өҫтөнән һөйрәп төшөрөргә тейеш.
«Мәргән уҡсы» конкурсы биш этапта уҙғарыла. Был конкурста ҡатнашыусылар өсөн төп шарт — милли этнокейем.
Программа сиктәрендә 3-7 һәм 7-15 йәшлек балалар өсөн «Йәш Ҡатай» ижади ярышын үткәреү ҡаралған.
Ҡатнашыуға ғаризалар 14 авгусҡа тиклем gukrcnt@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 289-62-00. Тулыраҡ мәғлүмәт менән «Ҡатай ырыуы» төркөмөндә танышырға мөмкин.
Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ҡыйғы районы хакимиәте.
Уҙған йылда ошондай сара Белорет районында уҙҙы. Ул саҡта байрамға Башҡортостандан ғына түгел, ә Магнитогорскиҙан, Пермдән һәм Ҡазандан Ҡатай ырыуы вәкилдәре килде.
http://www.bashinform.ru/news/1337535-v-bashkirii-v-vosmoy-raz-provedut-sezd-molodezhi-roda-katay/