«Беҙ «Башавтотранс»ҡа 1 сентябргә дәүләт ташыусыһы автобустары республиканың барлыҡ райондарын Өфө менән тоташтырырға тейеш тигән бурыс ҡуйғайныҡ. Тап «Башавтотранс» социаль ташыуҙарҙы тәьмин итә һәм коммерция автобустарынан айырмалы рәүештә ул хатта ике пассажирҙы ла йөрөтә. «Башавтотранс»ты ни өсөн һаҡлап ҡалыуыбыҙҙың мәғәнәһе лә шунда. Уларға ҙур автобустарҙың тәүге партияларын тапшырҙыҡ та инде. Бөгөн — 110, киләһе аҙнала тағы ла 100 автобус бирәбеҙ. Дөйөм алғанда, яҡынса 550 автобус. Был халыҡ өсөн ҡыуанысла ваҡиға. Бөгөн 16 Өфө пассажир автотранспорт предприятиеһы автобуслы була», — тине Радий Хәбиров, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.
Республика етәксеһе район пассажирҙар ташыу идаралыҡтары етәкселәренә автобус асҡыстары тапшырҙы. У шулай уҡ Башҡортостан кеүек ҙур республиканың пассажирҙар ташыу буйынса үҙенең дәүләт компанияһы булырға тейешлеген билдәләне. Радий Хәбиров компанияны һаҡлап ҡалыу өсөн көс һалғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе һәм бөгөн уның аяҡҡа баҫа башлауын әйтте.
Әле 10 район үҙәгендә — Асҡарҙа, Баҡалыла, Үрге Йәркәйҙә, Дәүләкәндә, Яңы Балаҡатайҙа, Ҡырғыҙ-Миәкәлә, Раевкала, Иҫке Собханғолда, Николо-Березовкала, Йәрмәкәйҙә ошондай бәйләнеш юҡ.
«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы ағымдағы йылда бөтәһе 527 яңы автобусҡа эйә була. Уларҙың күпселеге быйыл уҡ алынырға тейеш.
Белешмә. «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы составына 16 автотранспорт предприятиеһы ҡарай. Улар — Баймаҡ, Бәләбәй, Бөрө, Дүртөйлө, Красноусол, Мәләүез, Мәсәғүт, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Өфө пассажир автотранспорт предприятиеһы-1, Өфө пассажир автотранспорт предприятиеһы -3.
http://www.bashinform.ru/news/1338813-radiy-khabirov-k-1-sentyabrya-vse-raytsentry-bashkirii-budut-soedineny-avtobusnymi-marshrutami-/