Уның сиктәрендә ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде, ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо, ҡулдан эшләнгән биҙәүестәрҙе һатып алырға ла мөмкин булды. Һөт кухняһында балалар өсөн махсус сығарылған һөттө тәмләп ҡараусылар ҙа байтаҡ ине. Медиктар һәм педагогтар консультация үткәрҙе, матурлыҡ салондары бушлай эшләне. Кемдәрҙер фәҡәт иҫтәлекле урындарҙа фотоға төшөргә килгәндәр һымаҡ та тойолдо, сөнки һәр ҡатнашыусыға ла фотозонала үҙен бар һығылмалығында күрһәтергә, фотоға төшөргә мөмкин ине…
Шулай уҡ Юрий Троценконың ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тегелгән кейемдәрен ҡарарға, Өфөнән килгән Вера Ротова менән Анна Елисееваның “Заман ҡатын-ҡыҙының стиле” һәм Мәскәүҙән ҡайтҡан яҡташыбыҙ, театр һәм кино актрисаһы Лариса Баранованың ҡатын-ҡыҙҙарға ла, балаларға ла актерлыҡ һәм ораторлыҡ һәләте буйынса оҫталыҡ дәресен ҡарарға һәм матурлыҡ рецебын тыңларға, “Үҙебеҙҙең тормошта нисек актриса булырға?” тигән һорауҙарға ҡыҙыҡлы яуаптарын ишетергә лә форсат тейҙе. Ә инде битте тәбиғи йәшәртеү эксперты, махсус белгес һәм үҙ эшенең оҫтаһы Гөлназ Ғәлимованан битемә массаж яһатҡас, кәйеф айырыуса күтәрелеп китте. «У Платоши» матурлыҡ салоны хеҙмәткәре ҡулдарымды ла төрлө ысулдар менән йомшартҡас, үҙемдең йәшем өсөн иң матур ҡатындарҙың береһенә әйләндем дә ҡуйҙым. Сарала ҡатнашҡан һәр ҡатын-ҡыҙ үҙен хас минең һымаҡ хис иткәндер, тимен.
Шуныһы бигерәк тә ҡыуаныслы: саранан стәрлетамаҡтар ғына түгел, ҡунаҡтар ҙа матур тәьҫораттар алып ҡайтты:
– Беҙ бөгөн ошо иҫ китмәле матур ойошторолған майҙансыҡта ыңғай энергия менән тулыланыр өсөн йыйылдыҡ, – тип билдәләне, мәҫәлән, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың хәләл ефете Каринэ Хәбирова форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. – Әгәр беҙ, ҡатындар, үҙебеҙҙе үҫтереп һәм шатлыҡ менән тултырып, ғаиләбеҙ менән уртаҡлашһаҡ, тормошобоҙ ҙа яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк, – тине. Ә тормошта үҙ урынын тапҡан уңышлы ҡатындарыбыҙҙың береһе, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова бында ниндәйҙер изгелек эшләргә, бер-береһенә ярҙам итергә һәм үҙҙәре лә камил булырға әҙер ҡатын-ҡыҙҙар йыйылғанын билдәләп үтте.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова иһә: “Сергей Капицаның “Һине бәхет көтә” тигән һүҙҙәре менән һис килешмәйем. Бәхет – ул һайлау мөмкинлеге. Бәхет – ҙур хеҙмәт талап итә”, – тип белдерҙе һәм бөтәбеҙгә лә бәхет теләне.
БР Хөкүмәтенең премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванованың да сығышы бик фәһемле булды.
Ҡатын-ҡыҙ тигәс тә сарала бары тик гүзәл заттар ғына ҡатнашманы, әлбиттә. Мәҫәлән, Әнүәр Нәзировтың “Нисек гармоник мөнәсәбәттәр булдырырға?” тигән лекцияһы ла гүзәл заттар өсөн бик отошло булды. Сара аҙағында Мәскәүҙән килгән халыҡ-ара кимәлдәге ғалим Сергей Капицаның “Һине бәхет көтә” тигән лекция-тренингы булды. Мәҙәниәт һарайының 1200 кеше һыйҙырышлы залында алма төшөрлөк тә урын ҡалманы. Тренер-психолог, психотерапевт нисек итеп тормошта шатлыҡ табырға, ирҙәр психологияһына таянып ғаилә мөнәсәбәттәрен ҡорорға, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы йәшлек энергияһын һәм матурлыҡтарын һаҡлау серҙәренә төшөндөрҙө.
Форумды музыкаль йәһәттән музыка мәктәптәре уҡытыусылары, «Ҡояшҡай» балалар хореографик ансамбле биҙәне. Фойелағы тамашаны Ҡала мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе Светлана Баранова, залдағы осрашыуҙы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Александр Кузьменко ҙур оҫталыҡ менән алып барҙы. Ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда балалар өсөн спорт уйындары, кескәйҙәр өсөн асфальтта һүрәт төшөрөү ҙә ойошторолғайны. Еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды. Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙҙың бәхете үҙебеҙҙең тырышлыҡтан, берҙәмлектән, бер-беребеҙгә ҡарата мөнәсәбәттән дә тора, тигән уйҙар менән ҡайттым был форумдан. Бәхетебеҙҙе үҙебеҙ төҙөйбөҙ, матур итеп төҙөйөк. Ә ошондай күркәм сараны ойоштороусыларға сарала ҡатнашҡан гүзәл заттар исеменән тик рәхмәттәр генә еткерге килә. Бындай форумдар артабан да ойошторолоп торһон ине. Бәлки, көслө заттар ҙа шундай саралар көтәлер...
Вадим Яманһаров фотолары.