Республиканың «Башавтотранс» баш дәүләт автоташыусыһы дәүләт унитар предприятиеһы ҡалалар араһында, ҡала һәм ҡала яны маршруттарын хеҙмәтләндереү өсөн «Форд Транзит» маркалы 110 яңы автобус алды. Шуларҙың 55-е ҡалалар араһында йөрөүҙе хеҙмәтләндерәсәк һәм республиканың баш ҡалаһын әлегә даими автобус бәйләнеше булмаған
район үҙәктәре менән тоташтырасаҡ, йәнә 55 автобус ҡала тирәһендә йөрөйәсәк. 1 сентябргә хәрәкәттәге составты яңыртыу бөтә район үҙәктәрен дә баш ҡала һәм дәүләт ташыусыһының тура маршруттары менән тоташтырырға мөмкинлек бирәсәк. Бөгөнгө көндә 10 район үҙәгендә - Асҡарҙа, Баҡалы, Үрге Йәркәй, Дәүләкән, Яңы Балаҡатай, Ҡырғыҙ-Миәкә, Раевка, Иҫке Собханғол, Николо-Березовка, Йәрмәкәйҙә бындай бәйләнеш юҡ.