Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
15 Август 2019, 17:30

«Йәйге Кубок-2019» КВН фестивалендә Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан командалары осраша

«Йәйге Кубок-2019» КВН фестивалендә Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан командалары осраша17 августа Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы майҙанында «Йәйге Кубок-2019» КВН фестивале ойошторола.

Уйында Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Учалы райондары, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалалары һәм Ҡаҙағстан Республикаһы командалары осраша.
«Командалар тамашасыларҙы төртмә шаяртыуҙар менән ҡыуандырыр һәм көс-дәрт өҫтәр. Шаяндар һәм отҡорҙар клубы – йәштәргә фекерҙәштәре араһында үҙҙәренең ижади һәләттәрен тормошҡа ашырыу: йырлау, бейеү, пародия, актер һәм сәхнә оҫталығын күрһәтеү мөмкинлеге», – тип хәбәр итте Залина Мырҙағолова.
Фестивалде ойоштороусылар — Башҡортостан Башлығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы булышлығында Башҡорт йәштәре альянсы менән берлектә Башҡорт асыҡ КВН лигаһы.
Киске 7-лә башлана.
Читайте нас: