«Беҙ 2011 йылда өйләнештек, шуға күрә ҡыҙҙарыбыҙ бик теләп, көтөп алынған. Йәшәй башлағас та ирем менән ҡыҙыбыҙға Екатерина тип исем ҡушырбыҙ тип хыяллана инек. Ике ҡыҙ буласағын белгәс, тәүгеһенә шунда уҡ уҡ Маргарита тигән исем бирҙек, улар донъяға килгәс, икенсеһенә ниндәй исем һайларға тип оҙаҡ баш ваттыҡ. Аҙаҡтан Екатерина тураһында хыялыбыҙ иҫкә төштө. Сабыйҙарыбыҙға бына шундай исемдәр ҡуштыҡ!» — тип уртаҡлашты әсә Юлия Кудиярова.