Ашҡаҙар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
21 Август 2019, 11:30

Башҡортостанда 400-ҙән ашыу дәғүәсе «Айыҡ ауыл» исеме өсөн көрәшә

Башҡортостандың район хакимиәттәре «Райондың айыҡ ауылы» исеменә дәғүәселәрҙе билдәләне. 19 авгусҡа беренсе этапта ҡатнашыусылар һаны 417-гә етте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғаризаларҙың иң күбе Илеш районынан килгән — 22 ауыл. Ауырғазы һәм Яңауыл райондарында — 18 ауыл, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез райондарында 16 ауыл райондың иң айыҡ ауылы исеменә дәғүә итә.

Республиканың күпселек райондарында проектта барлыҡ ауыл биләмәләре лә ҡатнаша. Әйтәйек, Стәрлебаш районында 15 ауыл биләмәһенең береһе лә ситтә ҡалмай. Благовар, Благовещен, Ейәнсура райондарында конкурстың беренсе этабына 15-әр ғариза ҡабул иткәндәр.
Ейәнсура районында хакимиәт башлығы тәҡдиме менән район этабында еңеүселәргә аҡсалата бүләк бирелә: беренсе урын — 300 мең һум; икенсе урын — 200 мең һум; өсөнсө урын — 100 мең һум.
19 ноябргә тиклем дәғүәселәр эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса саралар уҙғарырға, хәмер һәм тәмәке ҡулланыуҙы пропагандалауҙы туҡтатыуға һәм закон менән тыйыуға йүнәлтелгән аңлатыу эштәре алып барырға, кешеләрҙе алкоголь, тәмәке һәм башҡа наркотиктар бәйлелегенән азат итеүҙә практик ярҙам күрһәтергә, һауыҡтырыу проблемалары буйынса курстар, конференциялар, форумдар ойошторорға тейеш.
Муниципаль райондың ойоштороу комитеты ҡатнашыусыларҙың презентация материалдары нигеҙендә конкурстың беренсе этабына йомғаҡ яһай. 20-30 ноябрҙә ҡатнашыусыларҙың проекттарын яҡлауы күҙ уңында тотола. Конкурстың икенсе этабында район этабында еңеүсе генә ҡатнашырға хоҡуҡлы.
Республика этабына ғаризалар 1 декабрҙән ҡабул ителә башлай. Конкурста ҡатнашҡан ауылдарҙа саралар ойоштороу, презентацияларҙы яҡлау һәм еңеүселәрҙе билдәләү өсөн интернетта тауыш биреү күҙаллана.
Ҡатнашыусыларҙы киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙә мәғлүмәт таратыу буйынса ла баһалайҙар. Айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән материалдарҙы социаль селтәргә һалған саҡта #Айыҡауыл2019 хештегын файҙаланырға, Башҡортостандың муниципаль районын, ауыл биләмәһен яҙырға кәрәк.
Мәҡәлә www.bashinform.ru сайтынан алынды.
Читайте нас: