Башҡортостан Республикаһы ла туристар араһында популярлыҡ яулай бара һәм был юҡҡа түгел – йөмһүриәтебеҙ туриндустрияла оло ҡеүәткә эйә. Башҡортостан төбәге үҙенә уникаль тәбиғи урындарҙы йәлеп иткән: тауҙар, мәмерйәләр, күлдәр, йылғалар, урмандар һәм үҙәндәр. Шулай уҡ дауалауһауыҡтырыу туризмы ла әүҙем үҫешә. Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, мауыҡтырғыс маршруттар һәм онотолмаҫ тәьҫораттар теләйем!