Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
27 Сентябрь 2019, 19:27

Баймаҡта хаҡы 540 миллион һумлыҡ сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөү күҙаллана

Баймаҡта хаҡы 540 миллион һумлыҡ сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөү күҙалланаБаймаҡта хаҡы 540 миллион һумлыҡ сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөргә ниәтләйҙәр. Республиканың көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышында 22 ҡаланы һәм районды хеҙмәтләндергән «Эко-Сити» компанияһы — 3-сө зона буйынса ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә төбәк операторы урындағы хакимиәттә уҙған инвестиция сәғәтендә ошо комплекстың проекты менән таныштырҙы.

Яңы комплекстың ҡеүәте йылына 100 мең тонна ҡалдыҡҡа иҫәпләнгән. Аҡсаның дөйөм күләме 540 миллион һумдан ашып китә, тип хәбәр итте компанияның генераль директоры Семён Земсков.
Проект сорттарға айырыу линияһын, полигонды, органик ҡалдыҡтарҙан серетмә етештереү цехын үҙ эсенә ала. 102 яңы эш урыны булдырыла. Төрлө кимәлдәге бюджеттарҙың 10 йыл дауамында 660 миллион һум самаһы өҫтәмә аҡса алыу мөмкинлеге була.
Төбәк операторы вәкиле һүҙҙәренсә, Урал аръяғында цивилизациялы ҡалдыҡтар менән эш итеү тармағын булдырыу өсөн инфраструктураға ҡытлыҡ һиҙелә. Бында заманса полигондар, сорттарға айырыу заводтары юҡ. Яңы комплекстың ҡеүәте бер нисә районды хеҙмәтләндерергә етергә тейеш.
Читайте нас: