Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
27 Сентябрь 2019, 19:01

Бизнестың власҡа ышанысы барлыҡҡа килергә тейеш – Радий Хәбиров

Бизнестың власҡа ышанысы барлыҡҡа килергә тейеш – Радий ХәбировБизнестың власҡа ышанысы – уңайлы инвестиция мөхитенең нигеҙе, тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ШОС һәм БРИКС илдәренең V бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумына йомғаҡ яһап.

«Дәүләт органдары — республика, субъект йәки федераль булһынмы, мөһим түгел — бизнесҡа ҡарата дуҫтарса интерфейс формалаштырырға тейеш, тип һәр ваҡыт әйтә килдем. Хатта күҙәтеү эшмәкәрлеге бизнесты юҡ итеүгә ҡайтып ҡалмаҫҡа, улар партнер булырға тейеш. Шуға өлгәшһәк, артабан эш үҙенән-үҙе барыр. Бизнестың власҡа ышанысы, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү теләге, бизнеста уңыштар барлыҡҡа килер», — тип иҫәпләй Башҡортостан Башлығы.
Республика властары сит ил инвесторҙарын йәлеп итеү өҫтөндә лә эшләргә йыйына, тине Радий Хәбиров. Был йәһәттән махсус иҡтисади зоналар булдырыу ярҙам итер.
«Махсус иҡтисади зонаның эшләй икәнен аңлағас та, икенсеһен булдыра башларбыҙ. Технопарктар, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса барлыҡ тейешле саралар ойошторорбоҙ», — тине ул.
Тышҡы сауҙа стратегияһы эшкәртелде һәм көсәйтелде, тип белдерҙе Башҡортостан башлығы.
«Мартта Австрияла республика вәкиллеген астыҡ, ул Көнбайыш Европа бизнесы менән бәйләнеште тәьмин итергә тейеш. Ноябрҙә шундай уҡ маҡсат менән Истанбулда ла вәкиллек асыла. 2024 йылға тиклем һигеҙ дәүләттә вәкиллектәр асыу күҙаллана, был — тышҡы-иҡтисади эшмәкәрлекте тормошҡа ашырырға мөмкинлек биргән ҡоралыбыҙ. Яҡын киләсәктә Иранға ашлыҡ оҙатыуҙы яйға һалырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ. Беҙҙә аҙ сығымлы һыу юлы менән йөктәрҙе транспортировкалау менән ҙур проблема бар ине, шуға күрә тейешле эштәрҙе башҡарҙыҡ, үҙәнде тәрәнәйттек, хәҙер күп һыйҙырышлы караптар туранан-тура саманан тыш тейәмәйенсә Каспий аша Иранға йөрөй ала», — тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров.
Олег Яровиков фотоhы.
Читайте нас: