Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
28 Сентябрь 2019, 18:47

Социаль эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларының реестры төҙөләсәк

Социаль эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларының реестры төҙөләсәкБыл турала Шос һәм Брикс дәүләттәренең Өфөлә үткән бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумында белдерелде. Эксперттар әйтеүенсә, беҙҙең йәмғиәткә социаль эшҡыуар тигән төшөнсә ныҡлап индерелә. Әммә уны социаль хеҙмәт күрһәтеү менән бутарға ярамай.

Һүҙ социаль йүнәлештәге эшмкәрлек алып барған эшҡыуарҙар хаҡында бара. Йәғни, предприятиеһға тәү сиратта физик мөмкинлеге сикләнгәндәр, етемдәр, хаҡлы ялдағылар һәм пенсия йәшенә етеп килгәндәр алына. Улар тотош предприятие хеҙмәткәрҙәренең яҡынса яртыһы булырға тейеш.Социаль эшҡыуарҙарға дәүләт яғынан төрлө ташламалар биреү, ярҙам күрһәтеү ҡаралған.
Шос һәм Брикс дәүләттәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы Өфөлә бишенсе тапҡыр ойошторола. Был юлы ул уҙғарыу кимәле буйынса ла, делегаттар иҫәбе менән дә айырылып тора. Абруйлы сарала Рәсәйҙең 52 төбәгенән һәм 31 сит илдән делегаттар ҡатнаша, бөтәһе 3 меңгә яҡын кеше. Форумдың эшлекле программаһы ике пленар ултырышты һәм 25 тематик секцияны үҙ эсенә ала. Бынан тыш, хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйыла, яңы инвестиция проекттары ҡарала. Был юлы Башҡортостан менән Төркиә, Ишембай ҡалаһы менән Ҡытайҙың Хэбэй индустрия паркы, Рәсәй эшҡыуарҙары менән Үзбәкстан араһында социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйылды. Эксперттар форум асҡан мөмкинлектәрҙе һәм һөҙөмтәләрҙе юғары баһалай.
Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы: “Башҡортостан халыҡ-ара форумды ойоштороусы булараҡ бик күп өҫтөнлөктәргә эйә, резолюция ҡабул иткәндә тәү сиратта республиканың мәнфәғәте иҫәпкә алына. Бынан тыш, донъяуи майҙанда танылыу хаҡында ла билдәләү мөһим, төбәктең абруйы ҡеүәтле инвесторҙар йәлеп итергә этәргес яһай”.
bash.news
Читайте нас: