Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры спектаклдәре лә хәҙер яңы форматы - ҡурсаҡтар, кино менән әҙәбиәтте берләштереүе, сәхнә биҙәлеше, костюмдары, яҡтыртыу сифаты менән айырыла. Төрлө йүнәлеште бергә туплау федераль программа ярҙамында тормошҡа ашырылған.
"Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" федераль проекты ярҙамында театрҙа 2017 йылдан бирле һигеҙ спектакль ҡуйылған. Шул иҫәптән быйыл ике премьера - Александр Пушкиндың "Батша солтаны тураһында әкиәте" менән "Алиса мөғжизәләр илендә" спектаклдәре сәхнәләштерелгән.
"Берҙәм Рәсәй" партияһы проекты буйынса ил һәм республика ҡаҙнаһынан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры һәм Сибай ҡалаһының "Сулпан" башҡорт дәүләт балалар театрына 25-әр миллион һум аҡса бүленгән. Милли йәштәр театрына яҡтыртыу һәм тауыш ҡорамалдары һатып алынған. Октябрь аҙағында Марта Райцестың "Мин- кулак. Мин А-Н-Н-А" спектакле премьераһы көтөлә. Программа аҡсаһына шулай уҡ яңы автобус һатып алынған.
Рәсәй төбәктәренән 300-ҙән ашыу делегат Өфөлә 2-се Бөтә Рәсәй клуб учреждениелары съезына йыйылды. Йыйылышта ошо тәңгәлдәге мәсьәләләр һәм ҡаҙаныштар ҡаралды. Партия проекты сиктәрендә ауыл клубтары төҙөкләндерелә, яңы кейемдәр һәм аппаратуралар һатып алына.