Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
30 Сентябрь 2019, 19:08

Башҡорт шағиры Рәми Ғарипов тураһында фильм төшөрөү өсөн аҡса йыйыу дауам итә

Башҡорт шағиры Рәми Ғарипов тураһында фильм төшөрөү өсөн аҡса йыйыу дауам итәӨфөлә режиссер Булат Йосопов «Башҡортостан» киностудияһы булышлығында яңы ижади проектҡа — күренекле башҡорт шағиры Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады хаҡында фильмға тотондо. «Шағир көндәлеге» фильмының бюджеты 23,3 миллион һум булыр тип көтөлә.

20 сентябрҙә кино төшөрөү өсөн халыҡтан аҡса йыйыу башланды. Проекттың рәсми төркөмө хәбәр итеүенсә, 10 көндә 60 мең һум йыйылған.
Премьера 2020 йылдың октябренә билдәләнгән.
Ижади төркөм: сценаристар Таңсулпан Бабичева, Гөлсәсәк Саламатова, ҡуйыусы рәссамдар — Рөстәм Баймөхәмәтов, Әлиә Байрамғолова, продюсерҙар — Леонид Филинов, Юнир Әминев, Гөлсәсәк Саламатова.
Башинформ.
Читайте нас: