«Закон ҡабул ителгәс, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының үҙешмәкәр театрҙарға финанс ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде, был уларға яҡшыраҡ әҙерләнергә мөмкинлек бирергә тейеш», — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.
Закон Фольклориаданан һуң да үҙешмәкәр театр ижадын үҫтереүгә өҫтәмә этәргес көс булыр, тип билдәләне ул.
«Ошо эш — оҙайлы ваҡытҡа. Байрам үтер ҙә китер, ә ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген һаҡланып ҡалыр. Был үҙешмәкәр театрҙарҙы сифатлы үҫтереүгә булышлыҡ итер, студенттар мөхитендә лә, хеҙмәт коллективтарында ла улар байтаҡ», — тине спикер.