Уҡтар булып килеп керҙеләр.
Килеп керҙеләр ҙә йөрәгемә
Сығып булмаҫ ситлек үрҙеләр.
Ә һин киттең минән мәңгелеккә,
Ситлек эстәрендә ҡалдырып.
Киткән яҡтарыңа ҡарап көтәм,
Күрер күҙҙәремде талдырып.
Тормош әселәрен күрһәк тә...
Кипкән мәтрүшкәләй көйөрһөгөҙ,
Айырылһағыҙ һөйгән йәреңдән.
Һин киттең бит, иркәм, мәңгелеккә,
Айырылғандай тәнем йәнемдән.
Йәшәү бәхетенән мәрхүм булдың,
Мин мәхрүм һине һөйөүҙән.
Һағыштарым әле баҫылмайҙар
Һине уйлап, янып, көйөүҙән.
Һағыштарың ҡалды мәңгелеккә,
Бәхеттәрем булған һинең менән
Тормош әселәрен күрһәк тә.