Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
1 Октябрь 2019, 20:10

Көндәр матур торғанда төбәктә иген йыйыуҙы тамамларға ниәтләйҙәр

Көндәр матур торғанда төбәктә иген йыйыуҙы тамамларға ниәтләйҙәрАлдағы ун көн матур торғанда аграрийҙар иген йыйыуҙы тамамларға ашыға. Ошо уҡ ваҡытта республикала май бирә торған культураларҙы йыйыу башлана. Төбәктә сөгөлдөр ҡаҙыу ҙа дауам итә.

«Быйылғы урып-йыйыу кампанияһы — һуңғы 10 йылда һауа шарттары буйынса иң ҡатмарлыһы. Шуға ҡарамаҫтан, ваҡытында тамамлайбыҙ», — тип хәбәр итте Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы етәксеһе Илшат Фәзрахманов хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, икмәк бешереү өсөн сифатлы (2-3 класлы) бойҙай уңышы йыйып алынған, хәҙер мал аҙығы өсөн ашлыҡ сабыу бара.
Башинформ.
Читайте нас: