Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
1 Октябрь 2019, 19:08

«Китап» нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында күргәҙмә-йәрминкә ойоштора

«Китап» нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында күргәҙмә-йәрминкә ойоштора2-6 октябрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында китап продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһен ойоштора.

Ул республиканың 100 йыллығына һәм «Китап» нәшриәтенең 100 йыллығына арналған «Башҡорт китабын — Башҡортостан Республикаһының 100 тораҡ пункты уҡыусыларына» акцияһының һуңғы этабы була.
Уҡыусыларға 2019 йылда китап нәшриәтендә донъя күргән республиканың тарихы, мәҙәниәте, тәбиғәте, күренекле эшмәкәрҙәре хаҡында яңы китаптар тәҡдим ителә.
Октябрҙә күргәҙмә-йәрминкәне түбәндәге тораҡ пункттарҙа уҙғарыу күҙаллана:
3 октябрҙә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы баҙарында;
4 октябрҙә Йылайыр районының Йылайыр ауылы баҙарында;
5 октябрҙә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы баҙарында;
6 октябрҙә Баймаҡ районының Баймаҡ ҡалаһында Үҙәк баҙарҙа.
Белешмәләр өсөн телефон: (347) 246-09-55.
Читайте нас: