Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
2 Октябрь 2019, 15:02

Британия архивы беренсе совет тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимов тураһында уникаль документтар тапшырҙы

Британия архивы беренсе совет тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимов тураһында уникаль документтар тапшырҙыАвгуст башында Бөйөк Британия архивы Башҡортостанға СССР-ҙың ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле булып тарихҡа ингән совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың эшмәкәрлеге тураһында уникаль документтар тапшырҙы. «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында «ҡыҙыл паша» Кәрим Хәкимов тураһындағы яңы факттар хаҡында һөйләнеләр.

«Кәрим Хәкимов — Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының да күренекле кешеләренең береһе, йәш совет иле һәм буласаҡ Сәғүд Ғәрәбстаны араһында мөнәсәбәттәрҙе яйға һалған кеше, — тип иҫкә төшөрҙө танылған публицист Шамил Вәлиев. — Беҙҙең быуын уның биографияһын БАССР-ҙың Радиокомитеты рәйесе, ғаилә ағзаһы, дипломатты реабилитациялаған тәүге кеше Лотфый Ғәҙеловтың хеҙмәттәренән уҡып белә. 1980 йылдарҙа Башҡорт драма театры сәхнәһендә Нәжиб Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» спектакле ҙур уңыш яуланы — ул тиҫтә йылдар буйына барҙы һәм уның нигеҙендә республикабыҙҙың тотош бер быуыны үҫеп сыҡты».
Британия папкаһы Бөйөк Британияның Сит ил эштәре министрлығы архивынан алынған документтар корпусынан тора. Был — Кәрим Хәкимовтың Яҡын Көнсығыштағы эшмәкәрлегенә бағышланған бер нисә йөҙ бит. Документтарҙың төп өлөшө инглиз телендә.
Британия архивынан документтарҙы юрист, хоҡуҡ яҡлаусы, Кәрим Хәкимовтың биографияһын өйрәнеүсе Владислав Йосопов алған. Ул ваҡытта саҡ 30 йәшен тултырған Кәрим Хәкимовты архив документтарында төрлөсә ҡылыҡһырлайҙар, тип һөйләне ул. Әйтәйек, 1924 йылдың авгусы тип билдәләнгән белдереүҙә совет дипломатының ғаиләһе менән сүллеккә бер ниндәй әҙерлекһеҙ, килешһеҙ кейемдә килеүе һүрәтләнә, уның дипломатик хаталары тураһында хәбәр ителә. Ләкин ярты йылдан белдереүҙәрҙә Хәкимов хаҡында ҙур хөрмәт менән яҙа башлайҙар. Тәүҙә ул ғәрәп телендә һөйләшмәгән булһа, 1925 йылдың ғинуарында ошо телдә иркен аралаша.
«Документтар тарихсыларға һәм ғалимдарға ҡыҙыҡлы булыр. Был документтарҙы Рәсәй Федерацияһының Сит ил эштәре министрлығына күрһәттек. Документтарҙың бер өлөшөн министрлыҡ менән килешмәйенсә йәмәғәтселеккә күрһәтмәйбеҙ. Улар белгес-дипломаттар яғынан тикшереү талап итә», — ти Владислав Йосопов.
Матбуғат конференцияһында журналистар, тарихсылар, яҙыусылар, Кәрим Хәкимовтың туғандары бар ине. Уларға ҡайһы бер документтарҙың күсермәләрен күрһәттеләр.
СССР-ҙың ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимов тураһында яңы факттар нигеҙендә тарихи документаль фильм төшөрөү күҙаллана. Продюсерҙары — Владислав Йосопов һәм билдәле рәссам Камил Буҙыҡаев.
Башинформ.
Читайте нас: