Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
4 Октябрь 2019, 16:18

Башҡортостан Хөкүмәте иң матур биҫтәләр төҙөүселәргә премия тапшырырға ниәтләй

Башҡортостан Хөкүмәте иң матур биҫтәләр төҙөүселәргә премия тапшырырға ниәтләйБашҡортостан Хөкүмәте эксперттар проекттарын архитектура күҙлегенән иң матур һәм әһәмиәтле тип таныған республика төҙөүселәренә премия тапшырырға ниәтләй. Өфөлә Рәсәйҙең төҙөлөш министры Владимир Якушев ҡатнашлығындағы республика төҙөүселәре менән осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ошо хаҡта белдерҙе.

Бындай ҡарар ҡабул итеүгә төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушевтың төҙөлгән биләмәләрҙе үҫтереү өсөн төбәктәргә субсидиялар бүлергә планлаштырыуға ҡағылышлы белдереүе сәбәпсе булды.
«Төбәктәргә субсидия бүлеү проекты хаҡында ишетеп ҡалдым. Республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Рәиф Әбдрәхимовҡа ошо йәһәттән фекерҙәремде әйттем, — тип һөйләне залда ултырған төҙөүселәргә Александр Сидякин. – Һөҙөмтәлә беҙ шундай ҡарарға килдек. Башҡортостан архитектура күҙлегенән иң матур һәм әһәмиәтле тип танылған проекттар өсөн премия тапшырырға мөмкин. Беҙ эксперт советы ойошторорға тип килештек. Комиссия республиканың эстетик яҡтан иң яҡшы тип тапҡан проекттарға субсидия бүлербеҙ».
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе һүҙҙәренсә, «типовой йорттарҙан ситкәрәк китергә, уларҙы күркәмерәк һәм сағыуыраҡ итергә кәрәк».
Төҙөүселәр өсөн премияның күләме әлегә билдәһеҙ.
Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы башлығы Владимир Якушев был тәҡдимде хупланы һәм Өфөнөң «Кузнецов Затоны» биҫтәһе төҙөлөшөн ҡарағандан һуң күргәндәренән ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе.
«Унда архитектура бик матур. Ләкин ошондай күркәм биҫтәләрҙең Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа тораҡ пункттарында ла булыуы мөһим», — тип билдәләне ул.
Башинформ.
Читайте нас: