Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
5 Октябрь 2019, 20:20

Байкерҙарҙан "Батырлыҡ аллеяһы"на 200 ҡарағай ағасы

Бөгөн байкерҙар мотоциклда йөрөү миҙгелен япты. Мотоцикл һөйөүселәр сараны ағас ултыртыуҙан башланы һәм "Йәшел Башҡортостан" республика акцияһы сиктәрендә Сити-Молл сауҙа үҙәге алдындағы аллеяға ҙур шыршы ағастарын ултыртты. 200-ҙән ашыу шыршы үҫентеләре "Батырлыҡ аллея"һын барлыҡҡа килтерҙе. #ЗелёнаяБашкирия#ЙәшелБашҡортостан #Стәрлетамаҡ #Стерлитамак

"Төнгө бүреләр" Бөтә Рәсәй мотоклубы сараһына илдең төрлө субъекттарынан байкер клубының ағзалары килгән ине. Ҡаланың Октябрь проспекты буйлап ойошторолған мотоцикл йөрөүҙә улар менән ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов та ҡатнашты. Мотоциклдар төркөмө "Мәңгелек ут" мемориалы эргәһенә туҡталып унда сәскә лә һалып сыҡты.
Артабан Стәрлетамаҡ троллейбус идараһының икенсе депоһында Стәрлетамаҡ ҡалаһының хакимиәте башлығы Кубогы исеменә картинг буйынса, ә Ағиҙел йылғаһы күпере эргәһендә махсус әҙерләнгән урында "Башҡортостан Республикаһының Төнгө Бүреләр" кубогы өсөн мотокросс ярыштары үтте.
Спорт ярыштарын еңеүселәрен "Содовик" стадионында күрергә булды, унда уларҙы бүләкләү тантанаһы ойошторолдо. Байрамдың төп ҡунағы булып Эльбрус Ниғмәтуллин булды, ул һәм мотокаскадерҙар үҙ сығышын күрһәтте. Шулай уҡ, өфөнән килгән "Год Змеи" төркөмө концерт ҡуйҙы.
Читайте нас: