Ағас ултыртыуҙы алыҫ урынлашҡан биләмәләр менән эшләү отделы тарафынана «Буревестник» балалар һәм үҫмерҙәр клубы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының торлаҡ коммуналь хужалығы идараһы ярҙамы менән башҡарҙы. Микрорайонда йәшәүселәр, клубта шөғөлләнеүсе балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, ҡала Советы Депутаты Владимир Петров, Шахтауҙың янғын һүндереү посты хеҙмәткәрҙәре, алыҫ урынлашҡан биләмәләр менән эшләү отделы белгестәре һәм начальниктары Лариса Кәримова ҡарағай, алма, груша һәм миләш үҫентеләрен ултыртты. Акцияла ҡатнашыусылар ағастар үҙ урындарын оҡшатып, ҙур ағас булып үҫеп етеүҙәренә өмөтләнеп көтәсәген белдерҙе.
Ысынлап та, үҙең ултыртҡан ағас ҡәҙерле һымаҡ, үҫентеләр нығынып киткәнсе ҡарап тороп үҫтерерҙәр әле.