Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
7 Октябрь 2019, 19:34

Башҡортостандың инвестиция портфеле 2019 йылда 31 миллиард һум була

Башҡортостандың инвестиция портфеле 2019 йылда 31 миллиард һум булаБыйыл Башҡортостандың инвестиция комитеты дөйөм хаҡы яҡынса 170 миллиард һум тәшкил иткән 103 проектты ҡараны.

Башҡортостан Хөкүмәте аппараты етәксеһе урынбаҫары Александр Шельдяев һүҙҙәренсә, республиканың инвестиция портфеле быйыл — 31 миллиард һум, ә 2020 йылда 39 миллиард һум була. Күпселек проекттар Ауыл хужалығы министрлығы линияһы буйынса килде. Хупланған инвестиция проекттары буйынса туғыҙ инвестиция һәм аҡса күләмен арттырыу, ғәмәлгә ашырыу ваҡытына төҙәтмәләр индереү тураһында алты өҫтәмә килешеү төҙөлдө. Уларға ярашлы 2030 йылға тиклем 13,3 миллиард һум дәүләт ярҙамы күрһәтеү күҙаллана.
«Инвестиция сәғәте» һөҙөмтәле эшләгән майҙансыҡҡа әүерелде, унда эшҡыуарҙар бизнесты үҫтереү һорауҙарына яуаптар таба. Йәнә бер тапҡыр инвесторҙарҙы Инвестиция комитеты ултырыштарында ҡатнашырға саҡырырға теләйем. Муниципалитет башлыҡтарын эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән эште әүҙемләштерергә саҡырам. Аңлашыла, бөтә ерҙә лә ҙур инвесторҙар юҡ. Ләкин етәкселәр әүҙемлек күрһәткән урында һөҙөмтә бар. Илшат Илдус улы (Фазрахманов, Башҡортостан Республикаһының вице-премьеры – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы) бының менән етди шөғөлләнә. Министрлыҡҡа ошондай позиция өсөн рәхмәт әйткем килә», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Башинформ.
Читайте нас: