Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
7 Октябрь 2019, 13:01

Өфөлә Республика көнөндә «Алға, Башҡортостан!» open air концерты була

Өфөлә Республика көнөндә «Алға, Башҡортостан!» open air концерты булаӨфөлә Республика көнөндә асыҡ һауала «Алға, Башҡортостан!» тип аталған байрам концерты уҙа. Ул «Торатау» конгресс-холының Өфө амфитеатрында була.

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сәғәт 4-тән асыҡ һауалағы майҙансыҡта Үҙәк хәрби округының Йыр һәм бейеү ансамбле сығыш яһай.
Киске сәғәт 6-сы 30 минутта Башҡортостан Республикаһы гимнын башҡарыу буйынса флешмоб башлана.
6 тула 20 минутта йондоҙҙар концерты старт ала. Кисәнең хедлайнерҙары — Элвин Грей, «Дәрүишхан», «Карауанһарай» һәм «Премьер» төркөмдәре.
Концерт лазер шоуы һәм фейерверк менән тамамлана.
Башинформ.
Читайте нас: