Өфөләге “Торатау” конгресс-холында күп ҡатлы торлаҡ йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса киңәйтелгән стратегик сессия үтеүе тураһында интернеттағы сайтыбыҙҙа һәм гәзиттә хәбәр ителгәйне инде. Ҙур форумдың эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкилдәре ҡатнашты. Уның һөҙөмтәләре ниндәй?
Сараның тәүге көнөндә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тотҡан “Күп ҡатлы йорттарҙы капиталь ремонтлауҙың 2035 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы” тигән эшлекле уйын һәм Рәсәй субъекттарының дәүләт торлаҡ күҙәтеүе етәкселәре өсөн түңәрәк өҫтәл үткәрелһә, икенсе көнө пленар ултырыш уҙғарылды, унда Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш һәм юлдар буйынса
комиссияһы рәйесе Игорь Шпектор, дәүләт корпорацияһы –Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Константин Цицин һәм башҡалар ҡатнашты.
– Беҙ илебеҙҙең торлаҡ төҙөү һәм файҙаланыу тармағында етди үҙгәрештәр башланыуы алдында торабыҙ, – тине Владимир Якушев. – Кисә Башҡортостан төҙөүселәре менән был тармаҡтағы проблемалар тураһында ентекле һөйләшеү булды, күп кенә тәҡдимдәр әйтелде. Был, тәбиғи, бөтә Рәсәй буйынса ла көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Күп ҡатлы йорттарҙы капиталь ремонтлау, ғөмүмән, ҡала урамдарын заман талап иткәнсә матурайтыу бөтә урында ла шыма ғына бара тип әйтеп булмай, хатта уны башлап ебәреүе лә еңел булманы, әммә ил төбәктәрендә был йүнәлеш контролдә тотола һәм бер туҡтауһыҙ камиллаштырыла.
Министр әйтеүенсә, Рәсәйҙең торлаҡ-коммуналь хужалығын үҫтереүҙең милли проектта билдәләнгән маҡсаттарына өлгәшеү өсөн, йәғни 2024 йылға саҡлы, алты йыл ғына ваҡыт ҡалды. Ә бурыстар ҡатмарлы, сөнки ил халҡының төп өлөшө йәшәгән күп ҡатлы йорттарҙың барлыҡ тормошона ҡағыла. “Авария хәлендәге йорттарҙа йәшәгәндәрҙе күсереү программаһы үҙе генә лә ни тора, – тине Владимир Якушев. – Алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеү һәм шул уҡ ваҡытта был осраҡта төҙөлөш тармағының һүлпәнәйеүенә лә юл ҡуймау – тағы ла ҡатмарлыраҡ мәсьәлә. Был бурыстарҙан беҙҙе берәү ҙә азат итмәйәсәк һәм барыбыҙға ла дөйөм эштә тағы ла әүҙемерәк ҡатнашыу талап ителә”. Ул шулай уҡ күп ҡатлы йорттарға идара иткән компанияларҙың, дәүләт торлаҡ инспекцияларының эшенә лә туҡталып үтте һәм уларға бөгөн ҡуйылған бурыстарҙы аныҡланы.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үтә һиҙгер һәм ҡырҡыу проблемалы өлкәләрҙең береһе булып тора, – тине Радий Фәрит улы. – Милли проекттар сиктәрендә тармаҡты үҙгәртеү буйынса ҙур эш бара, беҙ республикала был проекттарҙан тыш та үҙ программаларыбыҙҙы эшләтеп ебәрҙек. Миҫалға подъездарҙы ремонтлау программаһын атарға мөмкин. Быны беҙ Мәскәү өлкәһенән күрмәксе эшләй башланыҡ, уларҙа ошо йүнәлеш алға киткән. Илдең төрлө субъекттарындағы ошо йүнәлештәге тәжрибәне анализлаған, таратҡан өсөн Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына ҙур рәхмәт.
Радий Фәрит улы республика халҡының 40 проценты самаһы ауыл ерендә йәшәүен иҫкә төшөрҙө һәм ҙур ауылдарҙа ла төҙөкләндереү эшен киңерәк алып барырға саҡырҙы. “Хәҙер кешеләрҙең донъяға ҡарашы ла үҙгәрә бит: элегерәк ауылда парк йәки сквер булдырырға тәҡдим итһәң, әллә ни хуплап ҡаршы алғандары һиҙелмәй ине, хәҙер ауыл халҡы үҙе үк быны һорай”, – тине республика етәксеһе. Уның әйтеүенсә, ауыл биләмәләрен үҫтереү буйынса программа булдырыу буйынса документтар әҙерләнгән, уны аҡсалата тәьмин итеүҙе генә көтәләр.
– “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты тормошобоҙға цивилизация алып килә, донъябыҙҙы күркәмләндерә һәм үҙгәртә, – тине Радий Хәбиров. – Бер йыл элек эшкә тотонған беҙҙең команда шунда уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа иғтибар итте. Ике ай эсендә балалар майҙансыҡтарында ҡаты аҫылмалы бәүелсәктәрҙе алмаштырҙыҡ. Бер ҡараһаң, үтә ябай һәм ваҡ проблема кеүек, ләкин шул арҡала уйын майҙансыҡтарында күпме бала һәләк булған бит. Быйыл ғына ла 400 ихатаны йыһазландырабыҙ, уларҙың барыһында ла майҙансыҡтарға йомшаҡ япма түшәлә.
“Торатау” конгресс-холындағы Стратегик сессия барышында Күп ҡатлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонтлау буйынса төбәк операторҙарының VI съезы ла үткәрелде. Был сарала илдең 84 субъектынан 500-ҙән ашыу эксперт ҡатнашты. Фекер алышыу барышында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын, күп ҡатлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса төбәк программаларын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ торлаҡ фондына идара итеү үҙенсәлектәре буйынса байтаҡ фекерҙәр әйтелде һәм улар артабанғы эштә файҙаланыласаҡ. Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев ошондай ҙур форумда уңайлы эш шарттары тыуҙырылғаны өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе.
"Башҡортостан" гәзитенән.